Бөтә яңылыҡтар
Шәхестәр
24 Май 2019, 11:29

Аҡ раузалар, аҡ раузалар…

Совет һәм Рә­сәй эстра­да­һы йырсыһы Юрий Шату­нов­тың гас­трол­дә­ре илебеҙ ҡала­ларында, сит тө­бәктәрҙә уңыш­лы бара. Ихлас, һөй­көмлө йырсы күп һанлы тамашасыларын һис юғалтмай. Шул уҡ тауыш, стиль, буй-һын, күңелгә яҡын тәүге һөйөү, дуҫлыҡ, романтика темалары…

Юрий Шатуновтың өр-яңы концерт программаһы “Өндәшмәй ҡал­ма” тип атала. Ул үҙ эсенә өр-яңы ижад композицияларын алған. Данлы яҡташыбыҙҙың гастролдәре яртышар йыл дауам итә, һәр ерҙә аншлаг менән үтә.

Йырсының хәләл ефете һәм балалары Германияла йәшәй. Яҡын­дары уға һәр йәһәттән булышлыҡ итә, эшен аңларға тырыша. Юрий Шатунов билдәләүенсә, ғаиләһе – уның төп байлығы.

Мәғлүм булыуынса, Юрий Шатунов 1973 йылдың 6 сентябрендә Баш­ҡорт АССР-ының Күмертау районындағы Савельевка ауылында тыуған.
Читайте нас: