Шәхестәр
13 Августа 2019, 14:00

Иртә өҙөлгән моң

Йәйҙең йәмле бер көнөндә Яңы Байрамғол ауылында бәләкәй, әммә мөһим ваҡиға теркәлде: ошо бәрәкәтле, күркәм ерҙә тыуып үҫкән шағирә Флүзә Әхмәҙиеваның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды. Эй, үкенесле донъя! Әгәр ҙә иҫән-һау булһа, үҙенсәлекле, сая тауышлы шағирә 70 йәшлек юбилейын билдәләгән булыр ине.

Ғүмере лә, шиғриәте лә ташҡын кеүек.


Йәйҙең йәмле бер көнөндә Яңы Байрамғол ауылында бәләкәй, әммә мөһим ваҡиға теркәлде: ошо бәрәкәтле, күркәм ерҙә тыуып үҫкән шағирә Флүзә Әхмәҙиеваның хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды. Эй, үкенесле донъя! Әгәр ҙә иҫән-һау булһа, үҙенсәлекле, сая тауышлы шағирә 70 йәшлек юбилейын билдәләгән булыр ине.


Бындай сәсән халыҡ булмаһа, сәсән шағирә лә тыумаҫ ине...


Сараға шағирәнең туғандары, клас­таштары, курсташтары, әхирәттәре һәм ауыл халҡы йыйылғайны. Күркәм кисәне әүҙем ауылдаштарының береһе Рәмзиә Шаһиева ойошторған.
– Донъяның ике ҡитғаһын – Европа менән Азияны Яйыҡ йылғаһы айырып үткән ерҙә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Яңы Байрамғолда эшкә таһыл, йыр-моңға маһир кешеләр йәшәй, ауылыбыҙҙы данлаған оло шәхестәребеҙ ҙә күп. Шулар араһында һүнмәҫ йондоҙ булып Флүзә Әхмәҙиеваның да рухы балҡый. Ауылдаштары уның ижады менән яҡшы таныш, йәштәштәре һаман да булһа аҡыллы, зирәк, ярҙамсыл һәм ихлас класташын хәтерендә һаҡлай, – тине ул кисә алдынан.

Ысынлап та, шулай икән. Шағирәнең һабаҡташтары Фәйзулла Хәйруллин (Салауат Юлаев ордены кавалеры), Рәйфә Мифтахова, Нәйрә Ниғмәтуллина, Сәкинә Ғарипова, Флүрә Әхмәтйәнова, Миңъямал Шәрипова, сәхнәгә менеп, хәтирәләрен барлай башлағас, кешенең йөрәге һис ҡартаймай икәнлегенә, балалыҡ асылы әҙәм булмышында ғүмерлеккә һаҡланы­уына тағы бер инандыҡ.
Һөйләүҙәренсә, бәләкәс Флүзә, ата-әсәһенең ҡыуанысына, дүрт йәшендә үк уҡырға өйрәнгән, алты йәшендә Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрендәге Оксана исеме менән бөтә матур нәмәләрҙе атап йөрөтә башлаған. Өҫтәүенә тәьҫирле итеп шиғыр һөйләгән, йырлай ҙа белгән. Мәктәптә уҡыған сағында һүрәт төшөрөү менән мауыҡҡан. “Ырғыҙ” романы буйынса һүрәттәр менән альбом яһап, мәктәпкә иҫтәлеккә тапшырған. Бик матур итеп, нағышлап сигеү ҙә сиккән. Бер ҡараһаң, фәҡәт ижад даръяһында йөҙгән ҡыҙыҡай үҙенең икенсе яҡтан да һәләтле икәнлеген күрһәткән – мәктәптең иң яҡшы математиктарының береһе булған.
Класташтарының бала саҡ шуҡ­лыҡ­тарына, мәктәптәге үҙ-ара мөнәсәбәттәргә бәйле ҡыҙыҡлы ла, матур ҙа хәтирәләрҙе тыңлағас, залдағы тамашасылар уғата йәнләнеп-йәмләнеп китте.
Кисә йыр-моң, Флүзә Әхмәҙиеваның шиғырҙары менән аралашып барҙы. Мәктәп уҡыусылары әүҙем ҡатнашты: үҫеп килгән быуындың ҡабатланмаҫ ижади мираҫ ҡалдырған ауылдашының шиғырҙарын белеүе икеләтә ҡыуаныслы. Илдар Ямалов, Сәмиғулла Лоҡманов кеүек һәләтле йырсыларҙың, урындағы “Әхирәттәр” фольклор төркөмөнөң сығыштары ла сараны йәнләндереп ебәрҙе.
Кисәлә шағирәнең бер туған апаһы һәм һеңлеләре лә булды. Танылған журналист, режиссер Луиза Фархшатова, иҡтисадсы, оҙаҡ йылдар банк тармағында эшләгән, етәксе вазифалар биләгән Резеда Саҙрыева күңелдәрендә йыйылған иң йылы кисерештәре менән бүлеште, Флүзә апайҙың иҫтәлектәрен ҡәҙерләп, түкмәй-сәсмәй һаҡлаған, ошондай матур сараларҙы даими ойоштороп торған ауылдаштарына оло рәхмәтен еткерҙе.
Эйе, Флүзә Әхмәҙиева – балҡып янған һәм кинәт һүнгән йондоҙ. Кисәлә күренеүенсә, уның нуры һаман да күңелдәрҙе йылыта, рухы һаман да йөрәктәрҙә йәшәй. Шулай ҙа, гәзит уҡыусыларға ни хаҡында һүҙ барғанын тағы ла анығыраҡ еткерер өсөн, ошо урында уның ижади мираҫына бәләкәй генә байҡау яһайыҡ. Кем әйтмешләй, бындай сәсән халыҡ булмаһа, Флүзә Әхмәҙиева тигән сәсән шағирә лә тыумаҫ ине...


Рәми фатихаһын алып


Шағирәнең ҡасандыр тупланған, әммә оҙаҡ йылдар үткәс кенә донъя күргән йыйынтығына баш һүҙҙе мәшһүр Рәми Ғарипов үҙе яҙған, йәш авторҙы өлгөрөп еткән шағирә тип атаған. “Тыуған ил тойғоһо – лирикаһының төп асылы”, – тип билдәләгән ул йәш ҡәләм оҫтаһының ижадын.
“Тауышы нығынған, өлгөрөп еткән, быуынға ултырған шағирә”, – тип билдәләй артабан Рәми Ғарипов. “Тәүге бүлектәге 15 шиғырҙың 15-е лә — ысын шиғриәт өлгөһө. “Уҡъюнар халҡым” – бөтә шиғриәтебеҙҙең аҫыл өлгөһө булырлыҡ!”, “Хушлашыу” шиғыры күҙҙән йәштәр һығып сығарырлыҡ нескә моң-һағыш менән күңелде монарландырып тора. Бөтәбеҙ ҙә кисергәнбеҙ, ләкин улай яҙа алмайбыҙ. Был – ҙур еңеү!”; “Сабынлыҡта” – тетрәткес шиғыр. Был, әлбиттә, ысын поэзия”; “Ил тойғоһо булып төҫмөрләнгән тәүге бүлектәге шиғырҙарҙың тематикаһы хәҙер ил алдындағы, халыҡ алдындағы кешелек бурысы. Яуаплылыҡ хаҡындағы тәрән уйланыуҙар аша фәлсәфәүи планда асыла. Тормоштағы үҙ урыныңды билдәләү, йәшлек, кешелек, йәшәү хаҡындағы был уйҙар “Мин танырға тейеш үҙемде” тигән ҡәтғи, тәүәккәл, сая, айбарлы тауыш булып яңғырай. Ҡойоп ҡуйылған был шиғырҙы Марина Цветаева үҙе тәржемә итергә теләр ине”, – тип яҙа бөйөк шағир Флүзә Әхмәҙиеваның ижады хаҡында.
Ул ғынамы һуң! Рәми Ғарипов һоҡлана ла, сағыштыра ла: “Ниндәй ныҡ, сәңгел шиғри тауыш. Был, ысынлап та, шағирә түгел, ә шағир тыуған көн...”; “Хазина” шиғыры миңә Бетховендың “Айлы соната”һы һымаҡ яңғырай”; “Һәр нәмәгә әйтер һүҙе бар, ә иң мөһиме – шағирә үҙе бар”.
...Эйе, кеше ғүмере йылдар һаны менән генә үлсәнмәй, донъялыҡта ҡалдырған эҙе менән баһалана. Бигерәк тә умырзая ғүмереләй аҙ ғына йәшәп, арабыҙҙан бик иртә киткән һәм хаҡһыҙ рәүештә онотола башлаған шағирә Флүзә Әхмәҙиева тураһында һүҙ асҡанда.
Донъя үкенесле. Иҫән булһа, бәлки, Флүзә Әхмәҙиева ошо көндәрҙә үҙенең курсташтары, күренекле шағирәләр Таң­һылыу Ҡарамышева, Факиһа Туғыҙбаева менән олпат юбилейын да билдәләр ине. Күреүебеҙсә, үрҙә телгә алынған әҙибәләрҙән һис тә ҡайтыш ижад итмәгән ул.


Балҡып янған йондоҙ булды...


Баҡыйлыҡҡа күскәндә теп-теүәл егерме өс йәштә булған. Ошо йәшенә байтаҡ шиғыр яҙып, “Мин тыуған көн” исемле йыйынтыҡ әҙерләп (1972), уны Яҙыусылар союзында тикшертеп, китап итеп баҫтырыуға фатиха алырға ла өлгөргән. Был шиғырҙар гөлләмәһе 1997 йылда “Шаңдау” исемле китапта донъя күргән.
Һәләт эйәһенең ниндәй ерлектә тыуып үҫеүенә килгәндә, Флүзә Әхмәҙиеваның ата-әсәһе заманының алдынғы һәм абруйлы шәхестәре булды, яҡташтары араһында ихтирам ҡаҙанып, лайыҡлы хөрмәт кисереп йәшәгән кешеләрҙән.
БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Азамат Ғиниәт улы Әхмәҙиев Бөйөк Ватан һуғышының ауыр, дәһшәтле юлдарын үтеп ҡайтҡас, тейешле белем алып, оҙаҡ йылдар мәктәптә математиканан уҡытты. Мәктәп директоры булып эшләгән осоронда – үткән быуаттың 60-сы йылдарында – заманаһы өсөн бик тә күркәм, уңайлы белем усағы һалдырған.
Әсәһе Фәриҙә Ҡорманай ҡыҙы башланғыс класс уҡытыусыһы ине. Бихисап балаларҙы грамотаға өйрәтте, һуңынан, ауыл хакимиәте рәйесе булараҡ, Яңы Байрамғол өсөн байтаҡ изге эш атҡарҙы.
Флүзә тыуған ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Миндәк урта мәктәбенә юллана. Унан һуң – университет, филология факультетының башҡорт-рус бүлеге, шаулы студент йылдары, әҙәби түңәрәктәр, кисәләр... Хеҙмәт юлын йәш белгес районыбыҙҙың “Ураҡ һәм Сүкеш” гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып башлаған (1971), ә бер йылдан ул ҡабат Өфөгә, мәҙәниәт һәм әҙәби мөхит үҙәгенә ашҡына, “Башҡортостан пионеры” гәзитендә эш башлай.
...Шиғырҙарынан күренеүенсә, ул шул тиклем тормошҡа, ер-һыуға, Уралыбыҙға ғашиҡ булып, йәшәргә ашҡынып торған. Атайсалын бөтә күңеле менән һурып алырҙай булып яратҡан. Сәскәләренә, ҡырмыҫҡаһына, таң ысыҡтарына, тон­йорап батҡан айға – һәммәһенә лә һоҡланған, бер яҡтан, донъяның ғәжәп ябайлығына, икенсе яҡтан, серлелегенә иҫе киткән:

Бигерәк аҙ яратабыҙ ерҙе:

Һыҙылып ҡына таңдар атыуын,

Күҙҙең яуын алыр шаңдаҡтарын,

Ойоп ҡына томан ҡалҡыуын.

Үтә һаран яратабыҙ ерҙе:

Һәр бер саңын уның, һәр ташын,

Һәр тамсыһын зәңгәр йылғаларҙың,

Сәхрәләрен, һәр бер тау башын.

Бигерәк аҙ яратабыҙ ерҙе,

Үлеп яратҡандар аҙыраҡ –

Тик барыбер һаран беҙҙең һөйөү

Тере ҡалыу өсөн мәңгегә, –

ти ул бер шиғырында.
Ә икенсеһендә: “Мин мәңгегә ғашиҡ һиңә, йәшәү”, – тип туранан-тура асыла. Өсөнсөһөндә: “Мин илегеп бағам һиңә, тормош”, – тип өҙгөләнә. Донъяға һәм йәшәүгә, тормошҡа ғашиҡ кеше генә “Бишек”, “Тыуыу”, “Мин тыуған көн”, “Уҡъюнар халҡым”, “Мин танырға тейеш үҙемде”, “Гөлләмә” һымаҡ шиғырҙар ижад итә алалыр.
Флүзә Әхмәҙиеваның:

Бер яҙаһы ине шундай шиғыр –

Йәшен ҡатыш йәйғор юлдары, –

тип башланған шиғырын ҡәләмдәштәре хаҡлы рәүештә үҙҙәренең иҫтәлектәрендә ҡулланып үтте. Ысынлап та, уның шиғриәте йәйғор һымаҡ йымылдап тора, күңелдәрҙә изге һәм илаһи нур балҡыта.
Шиғыр – ул күңел торошо, хис-тойғо сағылышы. Шағирәнең бик күп шиғырҙары мөхәббәт, һөйөү темаһына арналған. Юҡ, ҡалыплашҡанса, “арналған” тип яҙһаҡ та, шиғырҙарҙың эстәлегенән сығып, был һүҙҙе кире алырға мөмкин, сөнки ул һөйөү менән, мөхәббәт менән йәшәгән: талпынған, янған, ялҡынланған; көткән, өмөт иткән, төңөлгән; көлгән һәм үкһегән...

Һөйөүгә сарсаған ҡыҙ баланың ниҙәр генә кисермәүе мөмкин.
Иң мөһиме, ул шул хис-тойғоһон килешле, уҡымлы итеп еткерә алған. Шиғриәттең бит төп ҡануны ла шунда!

Флүзә Әхмәҙиева һәм уның ижады тураһында уйлағанда, ирекһеҙҙән борсолоу ҙа кисерәм. Телевизорлы, компьютерлы заман килгәс, китап уҡыу артҡараҡ күсте, шиғриәт менән йәшәү­селәргә ҡарағанда, шиғыр яҙыу­сылар ҙа күбәйеп китте. Нисек кенә булмаһын, йөкмәткеле, рухи мираҫ ҡалдырған Флүзә Әхмәҙиева милләттәштәре, яҡташтары тарафынан онотолорға тейеш түгел, сөнки ул – Шағирә.
Флүзә Әхмәҙиева йылдар бейек­легенән талантлы, наҙлы, тормошҡа ғашиҡ һәм үтә етди ҡыҙ һымағыраҡ күҙ алдына баҫа. Әммә үкенес өтә күңелде: иртә өҙөлгән ғүмер, иртә өҙөлгән моң... Ғүмере лә, шиғриәте лә ташҡын кеүек булған һәләтле яҡташыбыҙҙың. Һоҡла­набыҙ, ғорурланабыҙ, ҡыуанабыҙ, тирә-йүндәгеләргә ишара итәбеҙ: ҡара, нисек матур балҡый. Тик ул күҙҙе ҡамаш­тырырлыҡ балҡыш ҡапыл һүнде. Ә күңелдә онотолмаҫ матурлығы, арбаған йәме ҡалды. Ғүмере лә, шиғриәте лә оҙонораҡ булһын ине лә бит, бөтәһе лә Хоҙай Тәғәлә ҡулында шул!
...Йондоҙ менән йондоҙ һөйләшә, тиҙәр. Флүзә Әхмәҙиева үҙенең яҙмышы менән тиҫтере Мәүлит Ямалетдиновтың һүҙҙәрен аптырау ҡатыш ҡабатлай кеүек:

Ғүмер! Әллә шаңдау, әллә өн булдың?

Әллә быуат, әллә ҡыҫҡа көн булдың?

Шуны уйлай башлағанда таң инең,

Уй осона сыҡмай ҡалдым –

төн булдың.



Учалы районы.
Читайте нас