Ошо көндәрҙә билдәле поп-йырсы Светлана Лобода социаль селтәрҙә сираттағы видеояҙма һалғас, шау-шыу ҡупҡан: легендар йырсы Алла Пугачева үҙенә вариҫ тапҡан!
Унда Рәсәй эстрадаһы примадоннаһы Лободаға фатиха бирә, үҙенең бер йырындағы һүҙҙәрҙе еткерә: "Тыныс йәшә, илем! Һинең тағы бер гүзәлең бар"!
Ошо көндәрҙә үткән “Яңы тулҡын” фестивалендә иһә Светлана Лобода тап ошо йырҙың заманлаштырылған вариантын башҡарған. Әммә тамашасыларҙың фекере ҡап уртаға бүленгән. Бәғзеләр Лободаға бындай йырға үрелергә иртәрәк тиһә, кемдер “шәп килеп сыҡҡан” тип маҡтай. Шул иҫәптән Филипп Киркоров менән Максим Галкин да.
Лобода үҙе иһә: “Алла Пугачева фатиха бирҙе. Башта ҡурҡҡайным, аҙаҡ тәүәккәлләнем”, – ти.