Шәхестәр
2 Октября 2019, 09:10

“Етәр ғәфү үтенергә!”

Билдәле артистың августағы концертындағы иҫерек ҡыланышы, йүнләп йырлай алмауы Һамар ҡалаһы халҡын ныҡ үпкәләткәйне. Улар, был халыҡтан көлөү, ихтирамһыҙлыҡ билдәһе, тигәйне бер тауыштан.Дима, хатаһын танып, интернетта ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, ”саҡ ҡына коньяк эскәйнем шул” тип асылып һалды.

РИА-НовостиРИА-Новости
РИА-Новости
Шулай тип яҙҙы Алла Пугачева Дима Биланға.
Билдәле артистың августағы концертындағы иҫерек ҡыланышы, йүнләп йырлай алмауы Һамар ҡалаһы халҡын ныҡ үпкәләткәйне. Улар, был халыҡтан көлөү, ихтирамһыҙлыҡ билдәһе, тигәйне бер тауыштан.
Дима, хатаһын танып, интернетта ҡат-ҡат ғәфү үтенеп, ”саҡ ҡына коньяк эскәйнем шул” тип асылып һалды. Примадоннаға был оҡшаманы һәм ул: “Етәр ғәфү үтенергә! Түбәнселек тәкәбберлектән яманыраҡ”, – тип иҫкәртеү яһаны.
Ә 29 сентябрҙә Дима ғәйебен аҙ булһа ла юйыр өсөн һамарҙар алдында бушлай концерт ҡуйҙы. “Шулай ҙа ул афарин! Вәғәҙәһен һүҙҙә генә ҡалдырманы”, – тип яҙҙы уның фанаттары.
Читайте нас