Хөрмәт Үтәшев йырсы булмауына үкенмәй.
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында йәнә ҙур байрам. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, билдәле актер һәм йәмәғәт эшмәкәре Хөрмәтулла Ғаззали улы ҮТӘШЕВ 60 йәшлек күркәм юбилейын билдәләне.
Хөрмәтулла Үтәшевтең ҙур ижад юлын байҡау, бөгөнгө көн тураһында һөйләшеү һәм, әлбиттә, юбилейын тәбрикләү теләге менән ойошторолған әңгәмәне гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ.
– Хөрмәтулла Ғаззали улы, 60 йәштә ниндәй булырығыҙҙы нисек һәм ниндәй статуста күҙ алдына килтерә инегеҙ?
– Улай алдан күҙаллағаным булманы, ә ҡуйылған маҡсаттарым күп ине. Ошоларҙың бер нисәүһенә булһа ла өлгәшһәм ине тормош барышында, тип хыяллана инем.
– Тыуған көндәргә ниндәй бүләк алырға яратаһығыҙ? Әллә ысын күңелдән әйтелгән теләк тә етәме?
– Бүләкте һайлағаным юҡ. Дөрөҫ әйтәһең, ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр ҡәҙерлерәк, ҡиммәтлерәк. Беҙ, актерҙар, психологтар бит. Ниндәй һүҙ – дежур, ниндәйе ихлас икәнен шунда уҡ һиҙәбеҙ.
– Башҡорт театрында нисәнсе йылдан алып эшләйһегеҙ?
– 1985 йылда, IV курста уҡыуыма ҡарамаҫтан, Лек Вәлиев мине Әсхәт Мирзаһитовтың “Утлы өйөрмә” спектаклендәге төп ролгә саҡырҙы. Совет идеологияһына ҡоролған әҫәр: аҡтар һәм ҡыҙылдар, революция, бер ғаиләләге ир балаларҙың береһе – “ҡыҙылдар” яғында, икенсеһе “аҡтар” яғында. Бына улар яу яланында осраша, әммә һәр береһе үҙ ҡарашынан тайпылмаған...
– Хәҙер дипломың булмаһа, эшкә алыуҙарын күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел, ә ул ваҡытта талантығыҙға ҡарап етди ролде башҡарырға тәҡдим иткәндәрҙер инде.
– Лек Вәли улы менән мин 1985 йылға тиклем үк таныш инем. Шәхсән белгәнгә күрә, төп ролгә саҡырып алды. Ә уның менән осрашыуыбыҙ Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумында уҡып йөрөгән сағымда булды. Театр бүлегенә ситтән тороп уҡырға индем, әммә был осраҡта мәҙәниәт өлкәһендә эшләү талап ителә ине.
Шулай итеп, 1982 йылдың февралендә Салауат театрына барҙым һәм сәхнә эшсеһе – “бутафор-декоратор” булып эшләй башланым. “Тиҙҙән премьера була”, – тип һөйләшәләр, М. Кәримдең “Йәйәүле Мәхмүт” спектаклен әҙерләйҙәр икән. Режиссер Лек Вәлиевтең килгәнен көтәләр. (Әйткәндәй, унда ла спектаклдәр уйнау мөмкинлеге юҡ ине, шуға бер “Гастроном”дың бинаһында көн иттек).
Бер ваҡыт премьера буласаҡ майҙанға мине декорация ҡорорға ебәрҙеләр. Барып керһәм, бер кеше муйынына сепрәктән эшләнгән метр таҡҡан да, сәхнәләге бөтә процесҡа идара итеп йөрөй. Миңә бәләкәй генә ҡаҙаҡтар бирҙе лә декорацияла булған беренсе дәүер кешеһе манекенына тирене ҡағырға ҡушты. Ҡушҡас ни, тырышып эшләйем. Командалар биреп, эш ҡушып йөрөгән ағайҙың режиссер Лек Вәлиев икәнен белмәй инем әле. Ҡаға торғас, бер мәл ҡаҙаҡтарым бөттө. Мин йүгереп барҙым да:
– Ағай, ҡаҙаҡ бир әле, – тинем.
– Мин яңыраҡ монтировщик булып эшләй башланым, – тим.
– Әәә… Ярай, ярай. Бар, бар, – тине.
Үҙен ябай ғына тотоп, ихлас һөйләшеп, ҡорамаларға уранып йөрөгәс, мин: “Был ағай берәй мастерҙыр йә балта оҫтаһылыр”, – тип уйлағайным, ә баҡтиһәң, үҙе режиссер, композитор, рәссам, инженер-декоратор! Спектаклде тулыһынса ҡора һәм ҡуя, музыкаль оҙатыуҙы ла, бейеүен дә – барыһын да еренә еткереп эшләй ине. Коллективта Лек Вәлиевте шаяртып “Землемер” тип йөрөтә торғайнылар, сөнки ул топография институтында ер эшкәртеү буйынса белем алған, шуға күрә тәбиғи материалдарҙан, ағастарҙан бөтә декорацияларҙы үҙе уйлап сығарып, оҫта итеп яһата торғайны.
Тәбиғәттән бирелгән ижади фекерләү ҡеүәһе көслө булғас, уның һәр ижади эше тейешенсә килеп сыға. Тап ошонда тәүге тапҡыр яңы спектаклдең нисек әҙерләнгәнен башынан аҙағына тиклем күрҙем. Күп тә үтмәй, “Йәйәүле Мәхмүт”те өс айлыҡ гастролгә алып сыҡтыҡ.
– Сәхнә эшсеһе булып эшләгән ерҙән актер һөнәрен үҙләштереү теләге ҡасан барлыҡҡа килде?
– Шул Стәрлетамаҡ техникумында уҡый башлаған йылда уҡ “Сәхнә теле”, “Актер оҫталығы” буйынса белем биргән уҡытыусым Римма Шәһит ҡыҙы Шакирова: “Быйыл сәнғәт институтына төркөм йыялар. Һин мотлаҡ бар, үҙеңде һынап ҡара”, – тине. Салауат театрында декоратор булып эшләгәндә буш ваҡыттарҙа К. Станиславскийҙың әҫәрҙәрен уҡый торғайным. Үҙемсә юғары уҡыу йортона инергә әҙерләндем. “Һиңә, сәхнә эшсеһенә, нимәгә ул Станиславский? – тип артистар аптырай.
– Бындай етди материалды тыныс урында уҡыйҙар, ә бында репетиция, шау-шыу!..”
Бер аҙҙан беҙ, ғәҙәттәгесә, йөрөйбөҙ. Гастролдәр тамамланыуға аҙналай ваҡыт ҡалғас: “Өфөгә сәнғәт институтына уҡырға инергә барам. Мине ебәрегеҙ әле”, – тинем. Теләгемде аңлап, уңыштар теләп ҡалдылар. Шулай итеп, имтихандар тапшырып, уҡырға индем. Институтты тамамлағас, 1986 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килдем.
Актерлыҡмы, әллә етәкселекме?
– Театрҙың сайтында Хөрмәтулла Үтәшевтең шәхси битендә – иң күп мәғлүмәт, төп ролдәр. Сәнғәт институтында уҡытҡанһығыҙ, театр директоры булғанһығыҙ...
– 1992 йылда сәнғәт институтында уҡыта башланым, ошо уҡ ваҡытта М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты асылды. Ул ваҡытта Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы Хисамитдинова декан ине. Мине үҙенә саҡырҙы ла: “Факультет яңы асылып ҡына тора. Ҡустым, әйҙә, эшкә кил. Программалар төҙөргә, уҡытырға кеше кәрәк. Ярҙам ит!” – тине. Уның һүҙен йыға алманым, барҙым. Параллель рәүештә театр факультетында эшләйем, башҡорт филологияһы факультетында “Телмәр мәҙәниәте” дәресен алып барам. Театрҙа ла эш күп. Гел төп ролдәр. Кис һайын уйнайым. Көн буйы – ике институтта, кисен – спектаклгә...
– Педагогия институтының студенттары, моғайын, һеҙҙе актер булараҡ та белгәндер. Дәрестә нисек ҡабул иттеләр?
– Бик ҡыҙыҡ күренештәр булды баштағы мәлдәрҙә. Минең курстарҙа бөтәһе лә тиерлек ҡыҙҙар ине. Дәрескә килеп инеүем була, аудитория тултырып, гөрләшеп көләләр, сөнки кистәрен “Диләфрүз”дә, “Әстәғәфирулла” спектаклдәрендә ниндәйҙер бандиттарҙы, комик ролдәрҙе башҡарам, ә иртән уларға дәрес бирергә киләм бит инде. “Ҡыҙҙар, әгәр көлһәгеҙ, һәр берегеҙҙән 50-шәр һум аҡса йыя башлайым. Һеҙ мине уҡытыусы итеп түгел, ә актер булараҡ ҡабул итәһегеҙ”, – ти торғайным.
Яңы йылға тиклем дәрестәр генә бирһәм, артабан театр түңәрәге лә астым. Студенттар бик әүҙем йөрөнө. Улар араһында Вадим Толомбаев менән Әлиә Саматованы айырыуса билдәләй алам. Бик әүҙем ине улар, тормошта юғалып ҡалманылар. Вадим – бөгөн шул уҡ башҡорт филологияһы факультеты доценты. Әлиә Белоретта үҙ түңәрәген асып, уңышлы эшләп йөрөй. Бының менән шуны әйтмәксемен: уҡыған саҡта кемдәр әүҙем була, улар артабан да йәмғиәттә үҙ урынын табып, лайыҡлы эшләп, хөрмәт ҡаҙанып йәшәй.
– Филология факультетында нисә йыл эшләнегеҙ?
– Бер генә йыл уҡыттым. Физик яҡтан да, психологик яҡтан да бындай ауырлыҡты күтәреү мөмкин түгел ине. “Ғәфү итегеҙ, артабан эшемде дауам итә алмайым”, – тигәс, ҡаршы килмәнеләр. Кәрәк ваҡытта ярҙам итеп килгәнем өсөн рәхмәт әйтеп ебәрҙеләр. Күптән түгел башҡорт филологияһы факультетының юбилейын билдәләгәндә, университет сайтында мәҡәлә сыҡҡайны. Унда факультетҡа нигеҙ һалыусылар тигән исемлектә үҙемде күргәс, күңелгә рәхәт булып китте (йылмая – авт.).
– Етәксе вазифаһына тәғәйенләнгәндә, йәғни театр директоры булып эшләгәндә һеҙгә ҡайһыһы яҡыныраҡ ине – актерлыҡмы, әллә директор һәм художество етәксеһе булыумы?
– Институтта уҡыу дәүерендә дүрт йыл староста булдым. Артабан комсомол, профком ойошмаларын етәкләнем. Коллективта әүҙем, битараф булмағанымды күреп, кеше хәлен аңлағанымды белеп, министрлыҡҡа хат яҙҙылар ҙа театр директоры итеп тәғәйенләнеләр. 2000 – 2012 йылдарҙа театр директоры һәм художество етәксеһе булып эшләнем. Шулай уҡ актерлыҡ һөнәрен дә алып барҙым. Бик ауыр булды, әлбиттә. Ошо ритмда 12 йыл эшләнем. Директор вазифаһына тәғәйенләнгәндә штатта бер рәссам да, үҙебеҙҙең режиссер ҙа юҡ ине.
– Йәнә һеҙ башланғыста...
– Шулай килеп сыға инде. 2000 йылда беҙ реконструкциянан һуң театр бинаһын ҡабул ғына иткәйнек, шуға ҡытлыҡтар булды. Ҡазандан Фәрит Бикчәнтәевте, Мәскәүҙән Илдар Ғиләжевте, Ҡырғыҙстандан Нурлан Әбделҡадировты, үҙебеҙҙән Михаил Рабиновичты саҡырып, ижади эште башланыҡ һәм театр яңы кимәлгә сыҡты, тиһәм дә, дөрөҫ булыр.
– Төп һөнәрегеҙ – актерлыҡҡа әйләнеп ҡайтҡанда, Хөрмәтулла ағай, йырсы актер булмағанығыҙға үкенәһегеҙме?
– Әлбиттә, үкенәм. Башҡорт дәүләт академия драма театрының 80-се йылдар репертуары йырлы спектаклдәрҙән генә тора ине. ”Ғәлиәбаныу”, “Ғәлиә”, “Ҡыҙ урлау”, “Еҙнәкәй”... Фидан ағай Ғафаровтың әүҙем эшләгән мәле. Тальянын ала ла үҙе ҡушылып йырлай. Ул ваҡытта “плюс”ҡа йырлау юҡ бит инде. “Был мөхиттә үҙ юлымды нисек табырмын икән?” тип борсола инем.
Ошо ваҡытта Фидан Ғафаров үҙ театрын асты ла драмтеатрҙан китте, Олег Ханов, Илшат Йомағолов, Хәмит Яруллин, Әхәт Хөсәйеновтар төрлөһө төрлө театрҙарға юлланды. Театрыбыҙҙың ирҙәрен “ҡырау һуҡты”, шуға күрә йырларға ла тура килде, бейенем дә. Әммә драма актерының йырлауы эстрада артисыныҡына хас түгел, уның маҡсаты бөтөнләй икенсе. Геройының кисерештәрен һалып, йыр аша тамашасыға еткерергә кәрәк. Шулай ҙа ҡыйынһынып, мәжбүри башҡара инем.
Фидан ағайҙың ролен “Ғәлиә”лә уйнарға насип булды. Нисектер уңайһыҙ, сөнки ул бит ролен нисә ай буйы әҙерләгән, тамашасыға еткереп өлгөргән, ә мин уның ролен башҡарғас, кеше өлөшөнә кергән һымаҡ хис итә инем үҙемде. Был спектаклдәрҙе репертуарҙан төшөрөп ҡалдырыу мөмкин түгел, сөнки халыҡ иң әүҙем ҡараған сәхнә әҫәрҙәре бит! Фиданды күрергә тип килгән тамашасы ла аҙ түгел ине. Ә килһәләр – ниндәйҙер йәш бер егет. Тамашасы ла һәр ваҡыт ҡабул итеп бармағандыр.
– Һеҙҙең өсөн һөнәри һынау килеп сыҡҡан был.
– Яңы ғына театрҙа эш башлап, үҙ урынын табырға тырышҡан йәш актерға психологик яҡтан ауыр булды. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был үҙенә күрә тормош тәжрибәһе, үҫеш өсөн мотивация булды. “Кешене йөҙөргә өйрәтәм тиһәң, һыуға ташла”, – тиҙәр бит әле. Шуның кеүек, йә йөҙөп сығаһың, йә батаһың.
– Ғәҙәттә, төп ролдәрҙә уйнайһығыҙ. Бының сере нимәлә?
– Ролдәр бар, әлбиттә. Был театрҙарҙа ир-аттың аҙыраҡ, ә ҡатын-ҡыҙҙың күп булыуына бәйле. Ир кешегә һәр ваҡыт роль бар, тиһәң дә була, ә ҡатын-ҡыҙҙар араһында – конкурентлыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер осраҡта ролһеҙ ултырған актрисаларыбыҙ ҙа бар.
– Ролдәр өҫтөндә эшләгәндә партнерығыҙға кәңәштәр биргәнегеҙ йә унан ниндәйҙер оҫталыҡ дәресе алғанығыҙ бармы?
– Бер-береңә теләктәр, кәрәк саҡта тәнҡит һүҙҙәре әйтеү – тәбиғи күренеш. Күп осраҡта йәштәр башҡорт теленең моңон боҙмаһын, орфоэпия нормаларын, баҫымдарҙы дөрөҫ әйтһен, тигән ниәттән бирелә был кәңәштәр. Тик был осраҡта ла “Мин уларҙан олораҡ, юғарыраҡ статуста, тәжрибәлерәк актер” тигән позицияла түгелмен, ә партнерҙы тамашасы дөрөҫ ҡабул итһен, тип тырышам. Йыш ҡына репетиция алдынан йә һуңынан актерҙың үҙенә генә тәнҡит һүҙҙәрен еткереү отошлораҡ. Нисек кенә булһа ла, йомшаҡ итеп, уның баһаһын төшөрмәй генә ҡулланырға кәрәк был алымды.
– “Хәҙерге башҡорт драматургияһында комедия жанрына ҡытлыҡ” тигән фекер һуңғы йылдарҙа йыш ишетелә. Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ?
– Ғөмүмән, драматургия әҫәрҙәре етешмәй. Элекке кимәлдәге заман драматургияһы юҡ. Аҡһаҡалдарыбыҙ – Мостай ағай, Нәжиб Асанбаев, Әнғәм Атнабаев – театрҙы театр иткән оҫталар. Шағирҙар, яугирҙәр. Күбеһе театрҙа эшләгән, йәғни беҙҙең эште эстән дә, тыштан да аңлап, үҙҙәре ошо йүнәлештә оҫта булғанға, драматургияның бөтә жанрҙары ла көслө ине. Хәҙерге заманда ла ундай әҫәр яҙған драматургтар килеп сыҡһа, бик яҡшы булыр ине.
– Буш ваҡытығыҙҙа нимә менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Театрҙан буш ваҡытымды йәмәғәт эшенә бағышлайым. Быйыл июлдә “Иман-Башҡортостан” хәйриә фонды асылды. Шуның директоры булып эшләй башланым. Был ойошма дини биналар төҙөү менән шөғөлләнә. Салауат Юлаев проспектында урынлашҡан, нисәмә йыл торғонлоҡта ултырған “Әр-Рәхим” мәсетенең төҙөлөшөн дауам иттек. Петициялар йыйып, төрлө ойошмаларға, халыҡҡа финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, ә беҙҙең төп бағыусы – “Урал” фонды. Шулай уҡ беҙҙең фонд “Хоспис” төҙөлөшөн алып бара. Был Рәсәйҙә төҙөлгән икенсе генә объект иҫәпләнә. “Хоспис” 2021 йылға төҙөлөп бөтөргә тейеш.
– Актерлыҡтан башҡа ла эштәрегеҙ күп булыуға ҡарамаҫтан, театрҙа ролһеҙ ҡалыуҙан ҡурҡаһығыҙмы?
– Тормошта бөтәһе лә ваҡытлыса. Эшһеҙ ултырмаҫмын тип уйлайым. Әйткәнемсә, йәмәғәт эштәрем күп, маҡсат итеп ҡуйылған проекттарым да бар. Театрҙан китеү ниәте юҡ, әлбиттә, ролдәр булһа ҡулдан килгәнсә эшләргә, ижад итергә иҫәп.
– Ғаиләлә атай булараҡ, өс улығыҙҙы нимәгә өйрәтеү менән ғорурлана алаһығыҙ?
– Башҡортса һөйләшеүҙәре менән ғорурланам. Оло улым тыуғас: “Ниңә башҡортса өйрәтеп, баланың башын бутайһың?” – тиеүселәр булды. “Ҡартайған көнөмдә улар менән урыҫса һөйләшеп ултырайыммы ни?!” – тип үҙ ниәтемде яҡларға тырыштым. Бөгөн өсөһө лә туған телдә уҡый, яҙа һәм һөйләшә.
– Һөнәри яҡтан уңғанһығыҙ, йәмғиәттә абруйлы урын биләйһегеҙ, ә шәхси тормошта бәхетлеһегеҙме?
– Бәхетлемен! Ҡатыным Ләлә – ныҡлы тыл ул. Мин театрҙан ҡайтмай эшләнем, директор булып киткәс – оҙайлы командировкалар, айҙар буйы ҡайтмайым. Балаларҙың уҡыуҙары, туҡ булыуҙары уның өҫтөндә ине. Ғаиләбеҙ имен, иҫән-һау ошо йәшкә килеп еткәнбеҙ икән, әлбиттә, ҡатынымдың роле бында баһалап бөткөһөҙ ҙур!
– Ҡәҙерле Хөрмәтулла Ғаззали улы! Ихлас әңгәмә өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт! Эшегеҙҙә кәрәкле, йортоғоҙҙа көтөлгән кеше булып йәшәгеҙ, балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең бәхетенә ҡыуанығыҙ. Изге эштәрегеҙ өсөн Хоҙай һеҙҙе ҙурлаһын, ярҙам итһен!