Ғәли Ибраһимов тигән исемде ишетһәм, минең күҙ алдыма мәшһүр башҡорт режиссеры Әмир Абдразаҡов төшөргән “Кинйә” фильмы килә. Башҡорт прозаигының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан республикала бик күп саралар үтте. Шуларҙың береһе – Башҡорт дәүләт университеты ойошторған “Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһы. Ғәли Ибраһимов – ХХ быуаттың арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы” тип аталған халыҡ-ара кимәлдәге фәнни-ғәмәли конференция.
Сараның пленар ултырышында филология фәндәре докторы Гөлфирә Гәрәева төп доклад менән сығыш яһаны. Ул үҙ сығышында: “Ғәли Ибраһимов тәүге шиғырҙарын 1935 – 1937 йылдарҙа “Башҡортостан вышкаһы” гәзитендә баҫтыра. 1956 йылда уның Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙәр ҡаһарманлығы хаҡында бәйән иткән “Бер полк кешеләре” исемле тәүге романы донъя күрә. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтендә һуғыш ваҡиғаларын һәм совет һалдаттарының тиңһеҙ батырлығын киң эпик планда һүрәтләүгә йүнәлтелгән тәүге тәжрибәләрҙең береһе була. Артабан әҙип күп хикәйәләр, очерктар, повестар менән бер рәттән “Умырзая йыры” тигән романын да баҫтырып сығара. 1977 йылда яҙыусыға ҙур билдәлелек килтергән “Кинйә” тарихи романының беренсе китабы сыға. Был әҫәре өсөн яҙыусы 1983 йылда Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була. Романдың икенсе китабы 1987 йылда нәшер ителә. Ғәли Ибраһимов төрлө жанрҙарҙа эшләй, әммә уға ҙур танылыу тап көнүҙәк проблемалы очерктары, повестары менән килә. “Иҙел егет Илғужа” әҫәре уҡыусы тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Авторҙың новаторлығы “Умырзая”, “Ай битен йыуғанда” дилогияһында күренә. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге дилогияны ул ижад итә. Экспедицияларҙа йөрөп, архивтарҙа эҙләнеп, “Кинйә”не яҙа. Оло ижтимағи резонанс алып килә был әҫәр. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәттәре өсөн Ғәли Ибраһимов БАССР-ҙың һәм “РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ була, 1986 йылда “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән. Бөгөн дә ул тарихи роман жанрын иң юғары кимәлгә күтәргән, бар нескәлегендә белеп, тәрән өйрәнеп ижад иткән автор булып ҡала”, – тине.
Әйткәндәй, тап “Кинйә” романы өсөн ул республиканың С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була ла инде. “Кинйә”нең тарихи әһәмиәтен үҙ сығышында шулай уҡ Силәбе һәм Ҡурған өлкәһе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ассоциацияһы етәксеһе, филология фәндәре кандидаты, шағир Ҡамса Мортазин да әйтеп китте. Ул: “Фундаменталь өс томлыҡ тотош XVIII быуат картинаһында башҡорт тарихын күҙ алдына баҫтырҙы”, – тине.
Конференцияға Башҡорт дәүләт университетының Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө ҡалаларындағы филиалдары уҡытыусылары, аспиранттары, студенттары мәҡәләләре менән ҡатнашты. Уларҙан тыш, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары, аспиранттары үҙ эштәрен тәҡдим итте. Хакас дәүләт университеты, Волга буйы мәҙәниәт, спорт һәм туризм дәүләт академияһы, Воронеж дәүләт университеты, Удмурт дәүләт университеты, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, АҠШ-тың Канзас университеты фән әһелдәренең мәҡәләләре лә ҡаралды.
Конференция уңайынан юғары уҡыу йорто “Башҡортостан һәм Рәсәй халыҡтарының рухи донъяһы. Ғәли Ибраһимов – ХХ быуаттың арҙаҡлы башҡорт яҙыусыһы” тип аталған йыйынтыҡ та нәшер итте.
Унда “Ғәли Ибраһимов һәм бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте ғилеме һәм фольклористикаһының көнүҙәк проблемалары”, “Ғәли Ибраһимов ижады дөйөм Рәсәй әҙәбиәте контексында, уның замана мәҙәниәте үҫешенә йоғонтоһо”, “Ғәли Ибраһимов ижады һәм лингвистик тикшеренеүҙәр обьекты булараҡ, башҡорт прозаһы”, “Милли публицистиканың формалашыуы һәм үҫеше”, “Башҡортостан һәм Рәсәйҙең тарихын һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнеү проблемалары”, “Башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеү теорияһы һәм практикаһы” тигән секциялары материалдары баҫылды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев хәтирәләре менән уртаҡлашып, шәхескә бағышлап шиғырын уҡыны.