Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары.
Берҙәм республика һайлау округы буйынса депутат. “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
1973 йылда Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Юғары белемле – Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Филология фәндәре кандидаты.
1997 – 2004 йылдарҙа “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһында хәбәрсе, комментатор, “Даирә” ижади берекмәһе етәксеһе, сәйәси күҙәтеүсе булып эшләй. 2004 – 2010 йылдарҙа “Юлдаш” республика мәғлүмәт-музыка каналының баш мөхәррире була. 2010 – 2013 йылдарҙа ул – “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһында телевидение студияһының баш мөхәррире.
2013 йылда Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе итеп һайлана.
Башҡортостан Республикаһының Маҡтау грамотаһы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Маҡтау грамотаһы, күкрәк билдәләре менән наградланған.
Ғаиләле, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.
“Берҙәм Рәсәй”ҙең “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты координаторы.
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенең йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе.
Уның менән осрашырға форсат табыу, ай-һай, еңелдән түгел: Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира АЙЫТҠОЛОВА ҡатнашмаған сара юҡтыр тигән тәьҫир ҡала. Журналист сағында ла теремек, тилбер, зәңгәр күҙле был башҡорт ҡыҙын Өфөләге һәр йыйында, республиканың бөтә райондарында ла күрергә тура килә ине. Бөгөн дә ул шундай: парламенттың эш төркөмдәрендә, комитеттарында һәм пленар ултырышта ҡатнашыуҙан, йәғни төп эшенән тыш вазифа һәм йәмәғәтселек бурыстарын күп йөкмәгән. Хәбәрсе булып эшләгән сағында уның менән төрлө сараларҙа йыш осрашырға тура килгәнлектән, һорауҙар үҙенән-үҙе шул осорҙан башланды.
– Эльвира Ринат ҡыҙы, ил һәм төбәк парламенттарында журналистар күп, тип булмай. Был нимәгә бәйле? Һеҙ, киреһенсә, икенсе саҡырылыш инде депутат исеме йөрөтәһегеҙ. Профессиональ хәбәрсе өсөн ошондай юғары уңышҡа өлгәшеүҙең нигеҙе нимәлә?
– Журналистар – тынғыһыҙ халыҡ бит ул. Һәр саҡ дөрөҫлөктө эҙләргә, ғәҙеллекте яҡларға ынтылалар. Был йәһәттән уның эше депутаттыҡына оҡшаш, тип әйтер инем. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа бынан алдағы саҡырылышта эшләгәндә үк күрҙем: һайлаусылар осрашыуҙарҙа биргән һорауҙар һәм проблемалар миңә яҡшы таныш, сөнки хәбәрсе булып эшләгәндә үк шул мәсьәләләр буйынса тапшырыуҙар әҙерләргә тура килә ине. Шундай лаҡап та бар: “Журналист – ул профессиональ дилетант”. Икенсе төрлө әйткәндә, барыһын да белә, тик өҫтән-мөҫтән генә. Башҡа тармаҡтарҙан килгән хеҙмәттәштәрем үҙ һөнәре буйынса ғына белә, ләкин тәрән һәм тулыһынса. Журналист булып эшләү һәм төп проблемалар менән таныш булыу, халыҡтың нисек йәшәгәнен белеп йөрөү миңә депутат эшмәкәрлеген башлағанда ныҡ ярҙам итте. Депутаттың эше лә, әйткәнемсә, оҡшаш: социаль йүнәлештәге һорауҙарға яуап биреү һәм шул ихтыяжды хәл итеү йүнәлешендә эшләү.
Кеше ниндәй генә тармаҡта һәм өлкәлә эшләһә лә, ул мәғлүмәт ағымында йәшәй. Был юҫыҡтан ҡарағанда, журналисҡа парламентта сағыштырмаса еңелерәк тура килә. Элегерәк власть мәғлүмәт яғынан йәмәғәтселек өсөн бигүк асыҡ түгел ине. Хәҙер теләһә ниндәй ваҡиғаға сәғәте-минуты менән мөнәсәбәтеңде белдерергә, ниндәй саралар күрелгәнен йәки күреләсәген хәбәр итеп торорға була, бигерәк тә социаль селтәр аша. Ҡайһы саҡ шулай ҙа була: власть тиҙ арала дөрөҫ һәм ғәҙел ҡарар ҡабул итә, ләкин йәмәғәтселек фекере әҙер түгел. Сәбәбе ябай: был ҡарарҙың көнүҙәклеге, уның ыңғай һәм кире яҡтары тураһында тейешле рәүештә хәбәр итә белмәү йәки һуңлап еткереү.
Парламенттарҙа журналистарҙың аҙ булыуына килгәндә, хәҙер уларҙың һаны арта башлауын да күрәбеҙ. Дәүләт Думаһында, мәҫәлән, шул күренеште күҙәтергә мөмкин.
– Һеҙҙең парламент трибунаһындағы сығышығыҙ йөкмәткеһе менән генә түгел, ә тышҡы йоғонтоһо менән дә – әйтәйек, аныҡ дикция һәм “телегеничность”, йәғни экрандан матур, һөйкөмлө күренеүегеҙ менән дә иғтибарҙы йәлеп итә. Был сифаттар, моғайын, телевидение һәм радиола оҙаҡ йылдар дауамында эшләү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгәндер. Журналислыҡ тәжрибәһе депутат эшендә ярҙам итәме? Әллә тулыһынса “парламент стиле”нә күсергә тура киләме?
– Ярҙам итәлер, тип уйлайым, сөнки һөйләй белеү – һүҙҙәрҙе “йотмай”, аныҡ һәм аңлайышлы итеп әйтеү телевидениела төп талаптарҙың береһе бит инде. Бында ла “спикер” төшөнсәһе шуны күҙ уңында тота. Йыш ҡына: “Һеҙ һәйбәт һөйләй алаһығыҙ инде ул, телевидениела, радиола эшләгәс ни...” тигән фекерҙе ишетергә тура килә. Был тәжрибәнең барыһы өсөн дә файҙалы булыуы бәхәсһеҙ. Һөйләү белеү генә етмәй, әлбиттә, хәбәрсе булып эшләгәндә бер юлы башҡа талаптарҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тура килә – эште ойоштороу, коллективты үҙеңә кәрәк маҡсатҡа йүнәлтә белеү, интервью бирергә тейешле кешене әҙерләү, шул иҫәптән – психологик яҡтан да. Шуға күрә, әле телевидениела эшләп йөрөгән хеҙмәттәштәремде күҙәткәндә, шуны аңлайым: улар теләһә ниндәй процесты ла ойоштора аласаҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыш үткәрелгән “түңәрәк өҫтәл”дәрҙе генә алып ҡарайыҡ: улар ҙа телевидение журналистары ойошторған сараларҙан айырылмай бит: был әңгәмәлә ҡатнашыусыларҙың составы ниндәй булырға тейеш, кем артынан кем һөйләйәсәк, уларҙың ниндәй теманы күтәреүе һәм ҡайһы йүнәлештәрҙе һайлауы планлаштырыла, ниндәйерәк һығымтаға килеүҙәре күҙ уңында тотола һәм башҡалар.
– Заман үҙгәрә бара. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың һеҙ комитет рәйесе булып эшләгән бынан алдағы саҡырылышына, моғайын, шул дәүерҙең үҙенсәлектәре хас булғандыр, хәҙергеһе – башҡа төрлөлөр. Ә ғәмәлдә нисек – эш стиле, депутаттар, уларҙың ҡараштары һәм парламент үҙе үҙгәреш кисерәме?
– Ныҡ үҙгәрә һәм бының бер нисә сәбәбен күрһәтергә мөмкин: мәғлүмәт майҙанының бөтә донъяла киңәйә һәм үҙгәрә барыуы бөтәһен дә асыҡ күрһәтеп һәм тиҙ, ғәҙел эшләргә мәжбүр итә. Радий Фәрит улы әйтмешләй, “беҙ аквариумда йәшәйбеҙ”, йәғни нимә эшләгәнебеҙ барыһы ла асыҡ күренеп тора. Тимәк, һайлаусылар күҙлегенән сығып ҡуйылған талаптарҙың бөтәһенә лә яуап бирергә тырышырға бурыслыбыҙ.
Быларын тышҡы сәбәптәр итеп күрһәтергә булһа, парламенттың үҙгәреше “эске” яҡтан, йәғни депутаттар составы, депутат булып кемдәр килеүенә ҡарап та бара. Бишенсе һәм алтынсы саҡырылыштар бер-береһенән айырыла, әлбиттә. Мин береһе яҡшыраҡ, икенсеһе хөртөрәк, тип әйтергә йыйынмайым. Үткән саҡырылышта бер эксперттар составы булһа, быныһында икенсе төрлө. Мәҫәлән, бишенсе саҡырылышта коммерцияға ҡарамаған берекмәләр буйынса эксперт юҡ ине, әлегеһендә ошо өлкә буйынса ҙур тәжрибә туплаған кеше килде һәм йәмғиәтебеҙ өсөн әһәмиәте арта барған был даирәлә беҙ хәҙер “тәрәнерәк йөҙәбеҙ”.
Шуныһын да билдәләмәй булмай: парламент, илдә һәм төбәктә барған бөтә ваҡиғаларҙа ҡатнашып, хәл итешеп йәшәй. Рәсәй Президентының, Башҡортостан Башлығының сығыштарындағы күрһәтмәләр төп эш йүнәлештәре булып тора. Әгәр ҙә был сығыштарҙағы һәм документтарҙағы бурыстар үҙгәрә икән, тимәк, ил һәм төбәк парламенттарындағы эш форматы ла үҙгәрмәй ҡалмай. Дөрөҫ, эш регламенты үҙе, йәғни закондар сығарыу һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоу элеккесә тайпылышһыҙ үтәлергә тейеш.
Һәр дәүерҙә лә парламент өсөн бер үк нәмә үҙгәрешһеҙ ҡала: закондар өҫтөндә эшләү, башҡарма власть органдарының эшен алмаштырмау. Шулай уҡ күрше төбәктәрҙәге парламенттарҙың эш тәжрибәһен дә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ.
Төрлө саҡырылыштарҙың уртаҡ тәжрибәһе лә йыш күҙәтелә. Мәҫәлән, беҙ бишенсе саҡырышта ла, алтынсыһында мәктәптә балаларҙы туҡландырыу мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләндек. Шуға күрә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың быйыл мәктәптең башланғыс кластарында балаларҙы бушлай, йәғни ҡаҙна иҫәбенә туҡландыра башлаясаҡтары тураһында әйтеүен шәхси байрамым һымаҡ ҡабул иттем. Ниһайәт, был тормошҡа ашты. Тик бында сығымдарҙы дөрөҫ тотонорға, ғөмүмән, процесты дөрөҫ ойошторорға кәрәк.
Әлбиттә, башҡа проблемалар ҙа етерлек. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың йүнәлешле комитеттарын, мәҫәлән, белем биреүҙең дәүләткә ҡарамаған өлөшө ныҡ ҡыҙыҡһындыра. Белем генә түгел, мәҙәниәт өлкәһендә лә. Балалар баҡсаларында урын етмәй тибеҙ икән, быны дәүләт аҡсаһына яңы биналар төҙөү юлы менән генә хәл итеп булмаясаҡ, шәхси сектор ҙа ярҙамға килә ала. Беҙҙең бурыс – ошо шәхси ойошмаларға ла мөһим дәүләт бурыстарын үтәүҙә ҡатнаша алыу хоҡуғы биргән документтар әҙерләү. Стәрлетамаҡта, мәҫәлән, мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн сертификат булдырылды, һәм ул дәүләт ойошмаларын да, дәүләткә ҡарамағандарын да бер хоҡуҡлы итә.
– Шәхси сектор, табыш артынан ҡыуып, ҙур әһәмиәткә эйә булмаған, әммә ҙур килем дә вәғәҙә итмәгән мәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырмаҫмы, бындай хәүеф тыумаймы?
– Юҡ, беҙҙә бит был өлкәне финанслау йән башына ҡарап билдәләнә. Ябайыраҡ итеп әйткәндә, балалар баҡсаһына йөрөгән һәр бала “янсыҡҡа бәйләнгән”, йәғни бала ҡайһы учреждениеға йөрөй, уға тейешле аҡса ла шунда йүнәлтелә. Ата-әсә дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсаһын һайлаһа, тимәк, “йән башы”на ҡаралған аҡса ла шунда бирелә. Әгәр ҙә хосуси учреждение бала өсөн күберәк хаҡ ҡуя икән, ата-әсәһе дәүләт билдәләгән хаҡ менән ошо учреждение тәғәйенләгән сумманан айырманы үҙе түләй. Әммә бөгөн бер баланың “хаҡы” күпме булыуын аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел, шуға күрә дәүләт лицензияһы булған балалар баҡсаһына ғына ярҙам итә. Был аҡса уйынсыҡ һәм балалар өсөн башҡа кәрәк-яраҡ алыуға, хеҙмәтләндергән персоналға эш хаҡы түләүгә китә. Башҡа бөтә сығымдарҙы – коммуналь хеҙмәттәргә түләү, бинаны хеҙмәтләндереү һәм башҡаларҙы – дәүләт үҙ елкәһенә ала. Шуға күрә ата-әсә түләгән хаҡ, әйтәйек, мең ярым һум, баланы ошо учреждениела ҡарауға киткән сығымдарҙың бик аҙ өлөшөн генә ҡаплай. Шуның өсөн дә хосуси учреждениеларҙың дәүләткә ҡараған балалар баҡсалары менән бер тиң хоҡуҡлы булырға теләүен аңларға мөмкин. Был осраҡта дәүләттең отошо – балалар баҡсаларына сираттың кәмеүе йәки бөтөүе. Ә был инде туранан-тура демография проблемаһына барып тоташа.
– Һайлаусылар менән йыш осрашаһығыҙмы? Уларҙы күберәк ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Һайлаусылар менән бик йыш осрашабыҙ тип әйтә алам. Мин бит “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһенең Өфөләге йәмәғәтселек ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе булып торам. Бынан тыш, үҙемдең округымда – Учалы районында ла ай һайын шәхси мәсьәләләр буйынса ҡабул итәм.
Мин һайлаусыларҙы ике төркөмгә бүлеп ҡарар инем. Тәүгеһе үҙҙәре өсөн ниндәйҙер проблеманы хәл итер өсөн килә: кемдәрҙер дауаханаға ятырға теләй, ә унда тиҙ генә урын бирмәйҙәр, сөнки сират ҙур, кемдер пенсияһын тейеш булғандан кәмерәк түләйҙәр тип иҫәпләй, ҡайһыһылыр юридик консультацияға мохтаж, суд ҡарары ғәҙел түгел тип һанай... Икенсе төркөмгә төрлө проекттар менән килеүселәр инә. Уларҙы ҡалаға, республикаға, тотош Рәсәйгә файҙа килтерерлек яңылыҡ тип тәҡдим итәләр. Тәүге төркөмгә ҡараусылар күберәк. Ә миңә ҡалһа, икенсе төркөм ҙурыраҡ булһа һәйбәтерәк – улар килтергән проекттарҙың байтаҡ өлөшө, ысынлап та, бөтәһенә лә файҙа бирерлек тигән тәьҫир ҡалдыра.
Өфөнөң Достоевский урамындағы 73-сө йортта урынлашҡан ҡабул итеү бүлмәһе бөтә республикаға ҡағылғанлыҡтан, унда халыҡ менән осрашыуға төрлө вазифалағы белгестәрҙе лә саҡырабыҙ – әйтәйек, министрҙарҙы. Улар менән барған видеоконференцияны техник яҡтан бөтә район һәм ҡалаларҙа ла ҡарау мөмкинлеге бар. Һәр һайлаусыға теге йәки был мәсьәлә буйынса Өфөгә килеп аҙапланмаҫҡа, ваҡытын әрәм итмәҫкә һәм транспорт сығымдары тотонмаҫҡа, ә “Берҙәм Рәсәй”ҙең ошо уҡ райондағы ҡабул итеү бүлмәһендә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрҙары, башҡа етәкселәр менән осрашыуҙы тура трансляцияла ҡарап ултырыу, хатта уларға һорау биреү форсаты бар. Бөтә муниципалитеттарҙа ла был ҡабул итеү бүлмәләре видеокамералар, мониторҙар, башҡа төрлө кәрәкле техника менән тулыһынса йыһазландырылған.
Ә социаль селтәрҙә аралашыу тағы ла киңерәк юҫыҡта бара. Ғөмүмән, күпселек һорауҙарҙы мин электрон рәүештә алам. Беҙҙең Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтында “Депутатҡа һорау бир” рубрикаһы бар. Инстаграмда, башҡа социаль каналдарҙа граждандар, ҡағиҙә булараҡ, исем-шәрифен, адресын күрһәтмәй, уларҙа төрлө теләктәр, тәҡдимдәр генә була. Хәйер, ниндәйҙер үтенестәр була ҡалғанда ла, улар граждандарҙың мөрәжәғәте итеп иҫәпләнмәй, сөнки яуап бирер өсөн адресы юҡ. Шулай ҙа беҙ уларҙы хәтерҙә ҡалдырырға, ниндәйҙер документтар әҙерләгәндә йәки ҡабул итеү ойошторғанда, шундай проблемалар ҙа бар икәнен иҫләргә тырышабыҙ.
Мөрәжәғәттәрҙең структураһына килгәндә, уларҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау тармағының эшмәкәрлегенә бәйле. Артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса мәсьәләләр, Пенсия фондына ҡағылышлы аңлашылмаусанлыҡтар килә.
– Киң мәғлүмәт сараларында һеҙ балалар суициды проблемаһын бер нисә тапҡыр күтәреп сыҡҡайнығыҙ. Ни өсөн башҡа темалар араһынан тап ошо мәсьәлә нығыраҡ борсоуға һалды?
– Суицид тигәндәй, уға ҡаршы көрәштә яңы бер кимәлгә еттек тип әйтергә мөмкин: ғаиләләге йәберләүгә ҡаршы федераль закон проектын тикшереү буйынса ҙур һөйләшеү үткәрҙек. Был проект Дәүләт Думаһында ун йыл самаһы инде тикшерелә, ләкин ул һаман ҡанун көсөнә инмәгән. Әлеге осрашыуға килгән эксперттар шулай тине: балалар араһындағы суицидтарҙың артыуы тап ошо ғаиләләге йәберләүҙәргә бәйле, сөнки баланы ҡыйырһытыуҙар йәки ата-әсәнең үҙ-ара йыш мөнәсәбәт асыҡлауы һәм бының көндәлек түҙеп торғоһоҙ мөхит барлыҡҡа килтереүе арҡаһында сабый был хәлдән ҡотолоу юлын таба алмай ыҙалана, ул ҡайҙа барырға һәм кемдән ярҙам һорарға белмәй, артабан уның үҙ-үҙенә ҡал һалыуы ла ихтимал.
Был теманың беҙҙе борсомауы мөмкин түгел, сөнки балалар араһында ла, ололар буйынса ла беҙҙең республикалағы суицидтар һаны Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ... Хәҙер был йүнәлештә айырым программа, күрһәтмәләр, педагогтар менән эшләү алымдары һәм башҡа ярҙамсы саралар барлыҡҡа килде, хәлде контролдә тоторға тырышыу был аяныслы күренеште кәметеү яғына алып барасағына ышанам.
Ғаиләләге йәберләүҙәргә ҡаршы федераль закон проектына ҡаршы төшөүселәр ҙә табылды. Кемдер был ҡанун балаларҙы ғаиләнән мәхрүм итеүгә алып киләсәк тип иҫәпләй. Ғәмәлдә был улай түгел.
– Кешенең киләсәк хеҙмәт ҡаҙаныштарына һәм яулаясаҡ үрҙәренә нигеҙ бала саҡтан һалына. Балалыҡ һәм студент осорҙарығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле...
– Бала сағым тиҫтерҙәремдән бер яғы менән дә айырылмағандыр. Күп балалы ғаиләлә үҫтем. Иң өлкәне мин инем, шуға өс туғанымды ҡарашыу ҙа, тәбиғи, минең елкәгә төштө, дәрестәрен дә әҙерләшә торғайным.
Үҙебеҙҙең ауылдағы мәктәптә ике класты ғына уҡып өлгөрҙөм – артабан беҙ Ҡаҙағстанға күсеп киттек, мәктәпте лә шунда тамамланым. Һөнәр алырға тип Белорет педагогия колледжына уҡырға килдем. Ни өсөн ундамы? Әсәйемдең уҡытыусы булыуы шул һөнәргә тартҡандыр инде. Уҡытыусы булырғамы, журналисмы – шул ике ут араһында ҡалғаным әле лә хәтерҙә. Шуғалыр, был һөнәргә эйә булғас та, 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының журналистика факультетына уҡырға индем.
Уҡытыусы эше лә миңә бик оҡшай. Әйткәндәй, әлегә тиклем ошо уҡ университетта уҡытып йөрөнөм, быйыл ғына туҡтап торҙом, сөнки график буйынса бик ауырға тура килә. Уҡытыусы, журналист, депутат – был һөнәрҙәр араһында мин әллә ни ҙур айырма күрмәйем. Улар барыһы ла өйрәтеү, мәғлүмәт биреү, ғәҙеллек ҡанундары буйынса эшләргә һәм халыҡтың йәшәү рәүешен яҡшыртырға ынтылыуға ҡоролған. Ә уңыштың серҙәре күптер инде ул, шуларҙың береһе, миңә ҡалһа – буласаҡ һөнәреңде мөмкин тиклем иртәрәк үҙләштерә башлау. Мин, мәҫәлән, университеттың икенсе курсында уҡ бер юлы “Ленинсы” йәштәр гәзитендә лә эшләп йөрөнөм.
Икенсе сере – уҡыуҙан, үҫешеүҙән бер ҡасан да туҡтамау. Кеше һәр ваҡыт үҙенең белемен камиллаштыра барырға тейештер. Көн һайын нимәгәлер өйрәнеү талап ителә. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе булыу, мәҫәлән, минең өсөн – яңы һәм бөтөнләй таныш булмаған өлкә, унда икенсе төрлө бурыстар ҡуйыла. Башҡорт теле йылы үҙе генә лә ҙур һәм әһәмиәтле сараларҙы эсенә ала. Был – минең өсөн айырым бер мәктәп, унда эшләр өсөн белемем дә, тәжрибәм дә етерлек, шулай ҙа был вазифа үтә ҙур яуаплылыҡ йөкмәтә.