Уҙған быуаттың 80-се йылдары уртаһы. Урал аръяғы ижади йәштәренең әҙәби берекмәһе “Ирәндек”тең бер ултырышы алдынан Баймаҡта йәшәгән шағирә Гөллирә Исхаҡова әйтеп һалды:
– Йәш талантлы егет таптым! Шиғырҙары бынамын тигән! Үҙе йор һүҙле, шаян. Архитектор булып эшләй.
– Киләһе ултырышҡа саҡыр, – тинем. – Шиғырҙарын алып килһен.
Шулай танышып киттек Нияз Мәһәҙиев менән. Йәш, сибәр егет бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Һүҙгә оҫта, ысынлап та, шаян. Шиғырҙары ла үҙенә тап килгән – үҙенсәлекле, образдары тапалмаған, яңыса, тос фекере бар. Бер һүҙ менән әйткәндә, һәләтле егет.
Өмөтлө йәш шағир табылыуына бөтәбеҙ ҙә ихлас ҡыуандыҡ. Әҙәбиәтебеҙгә ошондай йәштәрҙе табып, үҫтереп ебәреү өсөн ойошторҙоҡ бит беҙ “Ирәндек”те. Нияз һәләтле шағир ғына түгел, һәйбәт рәссам һәм архитектор ҙа ине. Аҙаҡ үҙен оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте, ҡушҡан йомошто ваҡытында еренә еткереп үтәп ҡуя ине. Сәхнәнән оҫта сығыш яһай, тыңлаусыларҙың күңелен яулай белә. Шул һыҙаттары менән тиңдәштәре, район етәкселәре, дуҫтары, берекмә ағзалары араһында ҙур абруй яуланы.
Нияз рус, башҡорт әҙәбиәтен уҡып барҙы, уны яҡшы аңланы. Төрлө әҫәрҙәр хаҡында һөйләшкәндә Мәһәҙиевтең юғары кимәлдә фекер йөрөтөүе, төплө баһа биреүе мине һоҡландыра торғайны. Шуға ла үҙенең дә, башҡаларҙың да ижадына талабы бик юғары ине, күп кенә шағирҙарҙың, яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен юҡҡа сығарып ташлай. Мәҫәлән, бер билдәле шағир тураһында: “Тамсы ла таланты юҡ, тапалған фекерҙәрҙе ҡысҡыра, һәр куплеты өндәү менән тамамлана. Шиғыр шулай буламы ни? Унда эске тойғо, парадоксаль фекер, иң мөһиме, образ кәрәк, ә бының шиғырҙарында уларҙың осмотон да тапмаҫһың!” – тигәйне.
Бер ваҡыт был шағирҙың “Ағиҙел”дә баҫылған шиғырҙарын иғтибар менән уҡып ултырам. Ысынлап та, әҫәрҙәре лозунг кеүек билдәле фекерҙәр менән тултырылған, образдар юҡ. Ҡапыл тертләп киттем, сөнки иҫ киткес образға тап булдым. Шунда уҡ Ниязға шылтыраттым.
– Һин теге яҙыусының шиғырҙарында образ юҡ, тиһең. Ә бына нимә таптым уның әҫәрендә – “Иртә менән ҡояш нурына тотоноп торормон”. “Ағиҙел”дең һуңғы һанын уҡы!
– Плагиат, – тине Нияз тыныс ҡына. – Ул образды Рауил Бикбайҙан урлаған!
Нияздың был һүҙҙәрендә әҙәбиәтебеҙҙе яҡшы белеүе лә, талабының юғарылығы ла күренә.
Ул миңә хикәйәләрен, шиғырҙарын уҡырға бирә. Тәүге әҫәрҙәрендә үк таланты бар булмышы менән ярылып ята ине. Бөтәбеҙ ҙә уның киләсәктә оло яҙыусы булып китеренә ышандыҡ. Әммә Нияздың яҙыусыларға бөтөнләй хас булмаған бер сәйер һыҙаты бар. Ул әҫәрҙәрен гәзит-журналдарға бирергә ашыҡмай.
Бер мәл, “Ирәндек” әҙәби берекмәһе ағзаларының әҫәрҙәре шәлкемен республика баҫмаларына тәҡдим итергә әҙерләгәндә, Нияз шиғырҙарын килтермәй аптыратты. Һуңғы сик етеп, Мәһәҙиевте тағы ашыҡтыра башлағас, ҡапыл: “Мин бирмәйем”, – тип әйтеп һалды. “Ниңә?” тип һорауға:
– Иң мөһиме – мин яҙҙым, фекеремде ҡағыҙға күсерҙем. Күңелемде астым, серемде систем. Уларҙы халыҡҡа сығарһам, кеше алдында яланғас күренгән кеүек тоям үҙемде. Баҫылмаған саҡта әҫәр минеке генә, шуға уны бер кемгә лә биргем килмәй, – тип шаҡ ҡатырҙы ул.
Был ҡылығында Нияздың әҙәбиәткә ҡарата юғары талабы ла, бер аҙ сәйер холҡо ла сағыла, минеңсә. Ошо сәбәп һуңынан да уның һирәк яҙыуын һәм баҫылыуын аңлаталыр, бәлки.
Беҙ “Ирәндек”тең ултырыштарын ике айға бер тапҡыр төрлө районда үткәрә инек. Бер мәл Баймаҡ районына сират етте. Ул төбәк өсөн шағирә Гөллирә Исхаҡова яуаплы. Әммә ул ауырып китте, дауаханаға ятты. Үҙенә шылтыратам:
– Нимә, күсерәбеҙме? Һинһеҙ ойоштороуы ауыр бит.
– Юҡ, үткәрәбеҙ, – ти Гөллирә. – Нияз бик яуаплы егеткә оҡшаған, ойоштороу эшен ярата. Һынап та ҡарарбыҙ. Мин уға нимәләр эшләргә кәрәклеген әйтермен.
Нияз өмөтөбөҙҙө аҡланы: ултырышыбыҙҙы, ауылдарҙағы осрашыуҙарҙы бик матур итеп ойошторҙо.
Арабыҙға шундай егеттең килеүенә тағы бер ҡыуандыҡ. Йәшерәк мәлдә кешегә көслө талап ҡуйырға, ҡаты тәртиптә тәрбиәләргә кәрәк. Шул саҡта тыштан көсләп тағылған дисциплина әкренләп кешенең ҡанына һеңә. Һәм ул олоғая төшә, өҫтән талапсан күҙәтеүсе булмаһа ла, үҙен тыйырға, тәртипле тоторға тырыша, һәм был һыҙат әҙәм балаһының эске торошона, холҡона әүерелә.
80-се йылдар башында Нияз Өфө дәүләт нефть техник институтын тамамлап, Баймаҡ ҡалаһы хакимиәтендә архитектор булып эшләп йөрөй ине. Унда тәртип ҡаты, йәш кешене дөрөҫ тәрбиәләү өсөн бик уңайлы урын. Бер мәл егетте Баймаҡ ҡалаһы радиоһына эшкә саҡырҙылар. Әлбиттә, Нияз бик матур эшләйәсәк был урында, әммә арҡа һөйәге нығынмаған йәш кешене тулыһынса үҙ алдына ҡуйыу, уға артыҡ ирек биреү иртәрәк ине әле. Шуға ла Нияз минән кәңәш һорағас:
– Эшләгән урының һәйбәт, – тинем. – Яҙышырға ҡамасауламай. Бына мин ғүмер буйы етештереүҙә эшләйем, әүҙем яҙышам. Производство үҙ-үҙеңә тәртипте көсәйтә. Барма ул эшкә.
Мин үҙемдә лә Ниязға хас һыҙаттар барлығын белә инем. Өҫтән күҙәтеү һәм талап булмаһа, тыныслана, ялҡаулана башлайым, башҡарырға тейеш эштәремә ҡул һелтәп ҡарарға тотонам. Ҡаты тәртип талап иткән производствола эшләү, ҡырҡ йәштәргә етеүгә, күңелемә эске контролде һәм талапты ныҡлап һеңдерҙе. Мин, өҫтән күҙәтеү булмаһа ла, үҙемә йөкмәтелгән бурысты бер нимәгә ҡарамай ваҡытында һәм еренә еткереп үтәргә өйрәндем. Ошо сифат төрлө етәксе вазифаларҙа уңышлы эшләргә лә, әүҙем яҙышырға ла ярҙам итте.
Ә Ниязға 25 йәш тирәһе генә, унда ана шул ҡаты, эске талап һәм дисциплина ныҡлап тәрбиәләнеп өлгөрмәгән ине әле. Тик ул мине тыңламаны. Ирек, үҙаллылыҡ үҙенә йәлеп итте уны. Күсте радиоға. Яңы урында эшләүҙең холҡона йоғонтоһон күрергә өлгөрмәнем. “Ирәндек”тең бер-ике ултырышында ғына Ниязды осраттым. Ул элеккесә шаян, оҫта һүҙле. Шиғырҙары элеккесә үҙенсәлекле, хикәйәләр яҙа башлаған.
Тиҙҙән мин Мәскәүгә Юғары театр курсына уҡырға киттем. Уны тамамлауға, күп тә үтмәй, Өфөгә күстем. Нияз менән беҙҙең ара күпмелер ваҡытҡа өҙөлөп торҙо.
90-сы йылдарҙа мин мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләнем. Эш бик тығыҙ ине, шуға беҙ Нияз менән бик һирәк күрештек, хатта бөтөнләй аралашманыҡ, тиергә була. Әммә ара-тирә осраша инек. Уның Өфөгә күскәнлеге, өйләнеүе, улы тыуыуы хаҡында хәбәрҙар булдым. Бигерәк тә “Башҡортостан” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеген етәкләүен белеп ҡыуандым. Ул осорҙа гәзиттең баш мөхәррире булып Мансур Әйүпов эшләй ине. Ул баҫмаға байтаҡ яңылыҡ индерҙе, ҡыйыу рәүештә элек тыйылған темаларға яҙырға рөхсәт итте, бик күп талантлы йәштәрҙе гәзиткә эшкә алды, бүлектәргә етәксе итеп ҡуйҙы.
Нияз да ошо ағымда “Башҡортостан”ға килеп эләкте. Был урында уға үҙенең бар һәләтен асырға мөмкинлек тыуҙы. Нияз юмор менән һуғарылған ҡыйыу һәм алсаҡ интервьюлар ойошторҙо, йәштәрҙең ижадына ҙур иғтибар бирҙе. Әммә үҙенең берәй әҫәрен баҫтырҙымы икән, хәтерләмәйем.
90-сы йылдар аҙағында мин, Мәҙәниәт министрлығынан китеп, “Тамаша” журналында баш мөхәррир булып эшләүемде дауам иттем. Мәһәҙиев, “Башҡортостан” гәзитенән китеп, элекке “Пионер” (хәҙер – “Аманат”) тип аталған балалар журналында баш мөхәррир булып эшләй башлаған, йәғни беҙ коллегаларға әйләндек һәм, әлбиттә, йышыраҡ осраша башланыҡ.
“Аманат”та Нияз дәртләнеп, ҡыуанып, ихлас эшләне. Журналдың финанс хәлен тиҙ арала рәткә килтерҙе, редакцияға бирелгән ташландыҡ бүлмәләргә бынамын тигән ремонт яһаны. Архитектор һөнәрен яҡшы белеүе кабинеттарҙы заманса йыһазландырырға (хәҙергесә әйтһәң, дизайн эшләргә) мөмкинлек бирҙе. Кешеләр менән һөйләшә белеүенән файҙаланып, төрлө ойошмаларҙан хәйриә аҡсалары йыйҙы, журналдың юбилейын матур итеп үткәреп ебәрҙе.
Етәксе булып эшләй башлауы арҡаһында Нияздың хәҙер буш ваҡыты аҙыраҡ, ул, нигеҙҙә, төп шөғөлө менән мәшғүл. Шул сәбәпле һирәк яҙыша башлаған. Ул “Аманат”тан киткәс, үҙен “Тамаша”ға урынбаҫар итеп эшкә алдым, сөнки “Ирәндек” заманаларынан бирле уны хөрмәт итә, ярата инем. Шағир, прозаик булараҡ туҡталып ҡалмайынса, унан драматург та сығасағын тойҙом.
“Тамаша” журналы ике айға бер тапҡыр ғына баҫыла, етмәһә, Нияз беренсе етәксе түгел, урынбаҫар ғына. Тимәк, буш ваҡыты, ижад итеү мөмкинлеге күберәк булыр. Әйҙә, рәхәтләнеп яҙ ҙа яҙ! Ул, ысынлап та, бар иғтибарын ижадҡа йүнәлтте. Мин уға пьеса яҙышырға ярҙам иттем. Уны Мәскәүҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы үткәргән конкурсҡа ебәрҙек. Әҫәре унда еңеү яуланы, һәм ул бер йыл буйы Мәскәүҙән арыу ғына стипендия алып ятты.
Аҙаҡ беҙҙең юлдар айырылды. Нияздың үҙ һәләтенә битарафлығы үкенес булып ҡалды. Ә бит оло таланты менән уҡыусыларҙы ҡыуандыра, әҙәбиәтте байыта ала ине. “Ирәндек” берекмәһе ағзалары араһында Нияз Мәһәҙиев иң талантлыларҙың береһе ине бит. Уның ижадҡа ныҡлап килмәүе әҙәбиәттең бер мөйөшөн китек ҡалдырҙы. Шуны аңлау күңелдә үкенес тыуҙыра. Икенсе яҡтан уйлап ҡараһаң, бошонорға сәбәп тә юҡ кеүек. Уның яҙмышы матур булды – һәйбәт урындарҙа эшләне, үҙен талантлы журналист, һәләтле ойоштороусы итеп күрһәтте. Шәхси тормошо ла ыңғай барҙы – ғаиләһе, фатиры, бынамын тигән улы бар, ейәнсәре үҫеп килә. Ләкин, ләкин...
Хоҙай Мәһәҙиевкә талантты йәлләмәй биргән, шуға ла уның әҙәбиәт алдында оло бурысы бар ине бит. Нияз ғүмеренең һуңғы йылдарында үҙенең талантлы журналист икәнлеген тағы бер иҫбат итте. Ҡатыны – билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина менән Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барған “Бай баҡса” тапшырыуы күптәрҙең күңелен яуланы. Нияздың бер аҙ шаяныраҡ һәм көтөлмәгән һорауҙар бирә белеүе менән Зөһрәнең етдилеге һәм ихласлығы аралашып, эфирҙа бик ҡыҙыҡлы ла, мауыҡтырғыс та әңгәмәләр хасил булды. Уларҙың телевидениенан китеүе бик йәл ине. Шул сәбәпле зәңгәр экран күпте юғалтты, минеңсә.
Бер аҙҙан Нияз менән Зөһрә “Ағиҙел” журналында яҙыусылар менән ҡыҙыҡлы әңгәмәләр ойоштора башланы. Һәр һанда баҫылған был үҙенсәлекле мәҡәләләрҙе уҡыусылар яратып өлгөрҙө һәм киләһе һанды түҙемһеҙләнеп көтөп ала башланы.
Йәш кешенең вафат булыуы һәр саҡ күңелдә оло үкенес тыуҙыра. Ә инде талантлы шәхесте юғалтыу был һағышты икеләтә-өсләтә көсәйтә. “Нисәмә матур әҫәрҙәр ижад ителмәй, донъя күрмәй ҡалды, әҙәбиәтебеҙ күҙгә күренеп ярлыланды”, тигән уйҙарҙы кисереү бигерәк ауыр. Нияз Мәһәҙиевтең арабыҙҙан китеүе был ауыр тойғоларға тағы ла ҙурыраҡ һағыш өҫтәй. Бик талантлы ине бит ул. Асылып бөтмәне, шуныһы үкенесле.