Әллә ниндәй боларынҡы заман килде. Мостай ағайыбыҙ: “Әжәлдәрҙән ҡурҡыу бөттө инде, әҙәмдәрҙән ҡурҡып йәшәлә”, – тип яҙһа ла, күҙгә күренмәһә лә, аңға һеңеп өлгөргән әжәл урам-майҙандарҙа хакимлыҡ иткәс, вазифа, мөлкәт, йәш һәм милләтебеҙгә ҡарамай, һәммәбеҙ ҙә шөр ебәрҙек. Хатта күргән-белгән менән дә иҫәнләшеү әмәле юҡ. Ә ил ағалары тураһында ғәм алдында һүҙ әйтеү мөмкинлегенән яҙғас, ни хәл ҡылып ҡарарға инде? Бына май айында, һабанайҙа, мәшһүр урмансы Марсель Хәбиб улы Абдуловтың тыуыуына туҡһан йыл тулыуҙы билдәләр инек.
Хеҙмәттәштәре, дуҫтары, ҡалған ғына туғандары йыйылыр, хәтерләр, уны ысынлап та юҡһыныуыбыҙ менән уртаҡлашыр инек. Һеҙҙең хәбәрсегеҙ ҙә, Абдуловты яҡындан белгән, Башҡортостан урмансылары һәм урмандарына хәтһеҙ хеҙмәтен арнаған кеше булараҡ, ҡәләм алды ла, яҙыр хәбәренең донъя күрә алырына икеләнеп, ҡаушап ҡалды.
Ә урмансылыҡ тармағына, урмандар яҙмышына мөнәсәбәтем яҡын булғас, Абдулов тураһында бер-ике кәлимә һүҙ әйтмәй хәлем юҡ. Шулай ҙа, иғтибарҙы ошо шәхескә төйөнләгәнгә ҡәҙәр, хискә ихтыяр биреп алайым инде.
Урман, ғөмүмән, нимә һуң ул? Рәсәйҙең иң мәртәбәле урмансыларының береһе, Петербург урман институты профессоры Георгий Федорович Морозов лекцияларын, ғәҙәттә, ошондай риторик һорауҙан башлар булған. Ошо һорауға профессорҙың үҙенең ғәжәйеп йөкмәткеле һәм образлы яуаптарын китаптар аша белһәм дә, бер мәл уны икенсе Морозовҡа – Туймазы урман хужалығының баш лесничийы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урмансыһы, РСФСР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты Николай Филипповичҡа ла биргәйнем. Һәм, әйткәндәй, һорауҙы мин күптәргә Белоретта ла, Бөрйәндә лә, Ҡариҙелдә лә ҡабатланым. Урман тип мөкиббән киткән минең өсөн һәр яуап йыр ҙа, мәҙхиә лә, доға ла булып ишетелде.
Кешеләрҙең ағастар менән оҡшашлығы ҙур. Эйе-эйе, һис тә ғәжәпләнмәгеҙ, сөнки беҙ ҙә, улар ҙа – тере йәндәр. Кеше был донъяға замандаштарының хәтерендә изге эштәре менән оҙон-оҙаҡ һаҡланып ҡалыр өсөн килә. Орлоҡ иһә, Тәбиғәт-әсә ҡуйынына һыйынһа, ботаҡтар ебәрә, япраҡ яра, тамырҙарын нығытҡас, ҡеүәтле лә, йомарт та, һоҡланғыс та ағасҡа әүерелә. Ә ул үҙе бер донъя. Әҙәм балаһының үҙен тәрбиәләп үҫтергән йәмғиәт менән бергәлеге зәғиф кенә үҫентенең уға йәшәү көсө биреүсе тупраҡ, һыу һәм ҡояш яҡтыһы кеүек үк айырылғыһыҙ. Баҡыр һынлы ҡарағай йәки төптән ныҡ имәнгә ҡарайһың да, улар менән кеше яҙмыштарының уртаҡлығы тураһында уйланаһың. Тормоштоң туҡтау белмәҫ ағышында уларҙың һәр ҡайһыһы үҙ тамырын, хәтергә алырлыҡ емешен ҡалдыра. Хеҙмәте һәм, ғөмүмән, бар булыу менән.
Һаран ғына ошо юлдарҙы яҙып ултырыуым, ә уйҙарым аҙашым, Башҡорт АССР-ының тәүге урман хужалығы министры Марсель Хәбиб улы Абдулов тирәһендә урала. Беҙҙең ғаилә күп йылдар Коммунистик урамындағы халыҡ “обком йорто” тип йөрөткән өйҙә йәшәне. Хәҙер Мәғәфүр Хисмәтуллин исемен йөрөткән ике өйлөк тыҡрыҡ ашаһында ифрат йәтеш архитектуралы, “Ҡарт большевиктар йорто” тип аталған өй бар. Большевиктар мәсьәләһендә раҫлай алмайым, иллә-мәгәр ошонда вазифалы бәғзе кешеләргә фатир биреүҙәре мәғлүм ине. Һәр иртә автомашинаға мыҡты кәүҙәле, олпат төҫ-башлы, ҡарағусҡыл-йәшел форма кейгән ир сығып ултыра. Башҡортостан урмандарының хужаһы аныҡ ғәҙәтле кеше һәм Абдулов, бер үк ваҡытта, үҙенең күпереп торған йәшеллек уртаһындағы министрлығына сығып китә. Әйткәндәй, министрлыҡ бинаһы үҙе үк архитектура сәнғәте булырлыҡ итеп төҙөлгәйне һәм хәбәрсегеҙгә унда күп тапҡыр ысын ихласлыҡ күрһәткәйнеләр.
Ҡәләмгирҙәр әле бер, әле икенсе нәмә менән мауығып китеүсән, сөнки тормош ҡыҙыҡтырырлыҡ темалар, онотолмаҫ шәхестәр менән осрашыуҙар бүләк итеп кенә тора, ләкин урманға һәм унда эшләүселәргә мин һәр ваҡыт хөрмәт һәм яҡынлыҡ тойғоһо менән йәшәнем. Бәхетлемен, республиканың бик күп урмансылары хәбәрсегеҙҙе үҙ итте һәм ошо дуҫлыҡ күңелемде әле булһа йылыта.
Марсель Хәбиб улы Абдулов үҙе эшләгән тармаҡта легенда тип йөрөтөлә алалыр. Уның шәхесе шул ҡәҙәре лә ҙур, ошо бер-ике юллыҡ мәҡәләлә төплө ниҙер әйтергә маташыу ҙа, бәлки, урынһыҙҙыр. Абдуловтың тормошо һәм күп яҡлы эшмәкәрлеге әлегә тикшеренеүсене, тос һүҙҙе көтә. Их, үҙемдең йәшлегем һәм сәләмәтлегем әйләнеп ҡайтһа!.. Иллә был эшкә кемдеңдер тотонорона өмөтөмдө өҙмәйем.
Абдулов, һәр даим, яңыға, бүтәндәрҙең ҡулынан килмәҫтәй эштәргә ынтылып йәшәр булды. Һәр ғәмәл, ул инанғанса, иҡтисадҡа ла, экологияға ла, эстетикаға ла хеҙмәт итергә тейеш ине. Тәбиғәте менән тикшеренеүсе булараҡ, министр эштәрен фәнни йәһәттән нығыта, нигеҙләй белә торғайны. Ошоға бер генә миҫал килтерәйем. Күптәребеҙгә ағас-ҡыуаҡтарһыҙ яланғас, шөҡәтһеҙ ҡалған, битләүҙәре һыу эрозияһына дусар тау-түбәләрҙе күрергә тура килгәндер. Эс бошорлоҡ күренеш был, әлбиттә. Ғилми ойошмалар менән бергәләп, тау битләүҙәренә ағас ултыртыу һәм ауыл хужалығы маҡсаттарына яраҡһыҙ урындарҙың баҫыуҙарға йәйелеүенә юл ҡуймау алымдары эшләнә һәм ифрат ҡоласлы һәм ныҡышып тормошҡа ашырыла.
Бер-ике һүҙ менән генә әйтелһә лә, битләүҙәрҙе ағас менән ҡаплау урман хужалығын ойоштороу тәжрибәһендә ысын мәғәнәһендәге революцион аҙым булды. Һәр хәлдә, Мәскәүҙә Башҡортостан урмансыларының, айырым алғанда, Туймазы яғыныҡыларҙың эшмәкәрлеге юғары баһаланды. 1991 йыл Абдулов Марсель Хәбибович РСФСР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ булды. Шул уҡ йылда фән һәм техника өлкәһендә РСФСР Дәүләт премияһын Туймазы тәжрибә-урман хужалығы директоры Игорь Сәхиевич Юлашев менән Туймазы урман хужалығының баш лесничийы Николай Филиппович Морозов та алды. Әйткәндәй, Абдулов та, Юлашев та, Морозов та – атҡаҙанған урмансылар. Морозовтың исеме Туймазы ҡалаһындағы урмандарҙың береһенә бирелде. Уйымса, Марсель Хәбибович Абдулов та Өфө урамдарының иң күркәмен үҙ исеме менән биҙәргә тейештер.
Заманынан алдараҡ атлаған, бөгөнгө түгел, бәлки иртәгәһе тормош менән йәшәгән байтаҡ кешеләрҙе беләм. Бына ошо арала Учалы районының легендар “Байрамғол” совхозын илгә танытҡан, үҙе лә легендаға әйләнгән Әҙһәм Ғәни улы Шәрәфетдинов тураһында күңелгә ятырлыҡ әйбер яҙырға тип дәртләнеп йөрөгән көн. Өмөтһөҙ түгелмен, яҙылыры – яҙылыр. Әлегә иһә Абдулов тураһында һүҙҙе аҙға ғына булһа ла оҙайтайым.
Тау битләүҙәрен йәшеллек менән ҡаплау ысулдарын һәм технологияһын эшләүҙе ойоштороуы ғына ла Марсель Хәбиб улын Рәсәй урмансылары араһында лидерлыҡҡа сығарҙы. Ә министр булараҡ бүтән эштәре һуң? Дендрарий (асыҡ һауала системалы рәүештә, географик, экологик, декоратив үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып ултыртылған ағас, ҡыуаҡтар үҫкән урын) һәм ҡеүәтле урман питомниктары, Рәсәйҙәге беренсе лимонарий, Башҡортостан урмансылары исемендәге урман-парк – һанай китһәң, Марсель Хәбиб улының дәрте, эҙләнеүҙәре, ҡаҙаныштары ҡағылмаған өлкә юҡ һымаҡ. Министр урман хужалығы системаһында тупраҡ-агрохимия хеҙмәтен булдырыу һәм үҫтереүгә күп көс һалды. Урман хужалығында питомниктар, орлоҡсолоҡ участкалары һәм плантациялар ифрат мөһим, әлбиттә. Шул уҡ ваҡытта Марсель Хәбиб улы ландшафт төҙөлөшөнә лә иғтибарын кәметмәне. Тәбиғи һәм яһалған урман ландшафттарын күберәк булдырыу, уларға һирәк осрай торған, йә юғала барған үҫемлектәрҙе туплау, йәнле тәбиғәттең гүзәллеген һәм байлығын халыҡҡа, айырыуса балаларға, күрһәтеү – ошонан да мөҡәддәсерәк бурыстың әҙәм балаһы алдында булыуы мөмкинме икән?
Урман питомнигы тигәндән. 1983 йылда Туймазы өлгөлө-тәжрибә урман хужалығы питомнигының мастеры Йосоп Тимербай улы Фәррәховҡа СССР Дәүләт премияһы бирҙеләр. Оҫтаны ҡотларға һәм уның менән гәзит уҡыусыларҙы йәһәтерәк таныштырмаҡҡа, фотохәбәрсе, фронтовик Анатолий Михайлович Виноградов менән Туймазыға журналистарҙан беренсе булып барып өлгөрҙөк. Бурысыбыҙҙы хәл ҡәҙәренсә үтәнек, шикелле. Һәр хәлдә, министр М.Х. Абдуловтан рәхмәт һүҙен ишеттем, сөнки Йосоп Тимербай улы шөғөлләнгән эш тә, ул хыялланғанса, күҙ алдына килтергәнсә бара ине. Форсаттан файҙаланып, гәзит уҡыусыларға утыҙ ете йыл элек төшөрөлгән фотоны тәҡдим итмәк булдым. (Й.Т. Фәррәхов ағастарҙың хәлен белешә).
Урманлы-таулы төбәктә тыуып, ғүмер баҡый урманға ғашиҡ булып йәшәгән бер кеше инде мин. Ҡәләмдәштәремдән үҙемде генә “Рәсәй урмандарын һаҡлаған һәм ишәйткән өсөн” тигән знак менән бүләкләнеләр тиһәм, әҙәпһеҙлеккә алмағыҙ. Марсель Хәбиб улы тураһында төп мәғлүмәттәрҙе энциклопедиянан да табып була. Уның тормошо һәм хеҙмәте, әйткәнемсә, өйрәнеүсеһен һәм дөйөмләштереүсеһен көтә.
Тирә-яҡ мөхит халыҡтың булмышына йоғонто яһай, тигән раҫлау бар. Башҡорттарға игелеклелек һәм алсаҡлыҡ, ябайлыҡ һәм үҙ мәртәбәһен белеү хас. Уларҙың холоҡ-фиғеле лә, тыуған еребеҙ һымаҡ, тәбиғи һәм асыҡ, көс-ҡеүәт уларҙа олпатлылыҡ һәм кешелеклелек менән айырылғыһыҙ.