Шағир, журналист, тәржемәсе Дамир Шәрәфетдиновтың тыуыуына 55 йыл тулды. Әллә нисек сәйер тойолдо был һөйләм: ул бит һәр ваҡыт беҙҙең арала шулай йәшәр, эшләр һәм иң ашығыс, төплө мәҡәләләр кәрәк мәлдә ярҙам итер төҫлө ине. Хәйер, дөрөҫөн әйткәндә, ошондай йөкмәткеле мәҡәләләр яҙып, йәнем биҙрәп бөткән минең. Эйе, аңлайым, тыуымдан ҡалмаған үлемдән ҡалмай, әммә Аллаһ Тәғәләнең үҙ ваҡыты булһа ла, был егеттәр иртә юлланды кеүек Уның ҡаршыһына. Был, бәлки, беҙҙең эске теләктер: уларҙы оҙағыраҡ арала күрергә, бергәләп, гөрләшеп ижад итергә һәм йәшәргә лә йәшәргә ине һымаҡ...
Май аҙағында Дамир Шәрәфетдиновҡа 55 йәш тулған булыр ине. Ике биш! Ошо юбилейына ул етә алманы, әммә уның лирик шиғриәте, журналистикаһы, тәржемә эштәре өсөн ике генә түгел, һәр береһенә айырым берәр “5”ле ҡуйырға була! Ул башҡорт әҙәбиәтен, телен һәр төр хеҙмәтендә пропагандаланы. Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Башҡорт теле йылы тип иғлан ителде һәм ошо уңайҙан уның менән бергә ниәтләгән эштәр ҙә бар ине.
Дамир Молҡаман улы һәр яҙмаһы менән башҡорт халҡы мәнфәғәтенә хеҙмәт итте. Әммә шуныһы мәғлүм: ул эшенән пафос яһаманы, әллә ниндәй ҙур бурыстар атҡарған кешеләй тотманы үҙен. Киреһенсә, үҙенә бирелгән ҡәләм маһирлығы менән шиғырҙар яҙҙы. Уның лирикаһын өйрәнгәндәр араһында Дамирҙы башҡорт Феты тип атаусылар ҙа булды. Ул ихлас ҡына йылмая ла ҡуя ине. Сағыштырып ҡараһаң, ысынлап та, оҡшашлыҡ бар – тәбиғәткә һоҡланыу, тәбиғәт күренештәре аша кәйефте сағылдырырға тырышыу, үҙеңдең күңелең генә кисергән тойғоларҙы ҡағыҙға төшөрөү. “Бала саҡта” тигән шиғыры – классик әҫәрҙәрҙең береһе. Ошо тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған шиғырҙа кешенең бар асылы, бөтә һыҙланыуҙары, кисерештәре бала сағынан булыуы хаҡында шағир нисек матур итеп әйтеп бирә белгән:
Мәңгелектер, тигән саҡта;
Бала саҡта, бала саҡта...
Нескә лирик Д. Шәрәфиҙең шиғриәтебеҙҙә үҙ урыны.
Журналист Дамир Шәрәфетдинов башҡорт матбуғатының ғына түгел, ғөмүмән, Башҡортостан матбуғатының, интернет ресурстарының тоғро хеҙмәтсеһе булды. Ул яҙа белмәгән, ул тотонмаған тема булманы, сөнки Дамирҙа бер ҡасан да “ә уны нисек яҙалар, нисек эшләйҙәр?” тигән һорау торманы, киреһенсә, ул кеше тотонмаҫ эшкә, ижадсылар баҙнат итмәгән темаларға тотондо. Китап сығарғанда ла бит мотлаҡ шиғыр китабын нәшер итергә кәрәк, тип тырышманы, әйтерлек булып етешкән фекерҙәренән тыуған мәҡәләләр йыйынтыҡтарын да баҫтырҙы.
Иҫкә төшөрөп киткәндә, ул бит беҙҙең филологик белемле түгел, ә ауыл хужалығы институтын тамамлаған егет ине, шуға күрә тыуған яҡ тәбиғәтенә, донъяһына, урман-тауҙарына, үләндәренә арналған мәҡәләләре даими рәүештә матбуғатта донъя күрҙе, аҙаҡ китап булып та баҫылды. “Икеләнеү” (1993), “Йөрәктәге ташыу-ҡайтыуҙар” (2003), “Төнгө усаҡ” (2015) йыйынтыҡтары шиғри әҫәрҙәрҙән торһа, “Йәшел байлыҡ. Аяҡ аҫтындағы ризыҡ” (2012), “Таулы төбәк – беҙҙең төйәк. Иҙел башы тураһында бәйән” (2013), “Көн башы һуҡмаҡтары. Тропинки рассвета” (Башҡортса-русса, 2015) шәхси күҙәтеүҙәрҙән торған мәҡәләләр, улар нигеҙендә тыуған проза әҫәрҙәре ине.
“Асылыкүлдә акулалар йөҙә икән”, “Башҡортостанда чупакабралар йөрөй” кеүек мифтарҙы аныҡ факттарға, йәнлектәр, балыҡтар, һыу һәм урман донъяһын өйрәнеп яҙған мәҡәләләре менән тиҙ генә юҡҡа сығарҙы. Ул ерле-юҡтан проблема яһаманы, кемдер уйлап сығарырға тырышҡан фекерҙәргә аныҡ аңлатмалар бирҙе.
Башҡорт матбуғатының фиҙакәр хеҙмәтсеһе булған ҡәләмдәшемдең шиғырҙарын ҡарап ултырғанда, “Башҡортостан” гәзитенә арналғанына барып юлыҡтым. Уны бер ҙә уҡығаным юҡ ине. Үҙе лә: “Был шиғырҙы яҙған һәм ҡабул итеп алған кеше генә белә, баҫманың юбилей кисәһендә уҡылманы”, – тип яҙып ҡуйған. Рәхим итеп уҡығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар:
Быуат ғүмер – сал тарих ул,
Башҡортостан Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһының иң лайыҡлы лауреаттарының береһе ине ул Дамир Шәрәфетдинов.
Ул башҡорт матбуғатының төрлөһөндә эшләне: балалар баҫмаһында ла, йәштәрҙекендә лә, өлкәндәрҙекендә лә. Ҡайҙа ғына булһа ла, Дамир менән осрашыуҙарҙа йөрөгәндә шуға иғтибар итә инем: ул тәғәйен аудиторияға тос һүҙен әйтә, балалар ижадына яҡты ҡараш менән ҡарай белде. Өлкәндәр араһында графоманлыҡ һиҙелеп ҡалһа, ул “ижадсыны” йәлләргә генә ҡала. Башҡортостан Яҙыусылар союзының шиғриәт секцияһы етәксеһе булараҡ, Дамир күптәрҙе утлы табала бейетте. Шиғыр, уның төҙөлөшө, эске моңо, милли әҙәбиәт тураһында уның менән бәхәскә инеү – ул үҙе бер маһирлыҡ талап иткән әңгәмә. Ул был хаҡта күп уҡыған, күп белә, шуға күрә дәғүәсеһен бер атыуҙа аяҡтан йыға ала ине. Үҙ-ара шаярып, беҙ уға: “Һин башҡорт Белинскийы инде!” – тип тә ебәрә инек. “Фетмы? Әллә Белинскиймы? Кеме һуң?” – тип йылмая ине ул тыйнаҡ ҡына итеп. Хәйер, унда был ике шәхескә хас булған сифаттар ҙа бар ине. Рус яҙыусылары менән сағыштырыу үҙебеҙҙекеләрҙе баһаламауҙан түгел, ә Дамир Шәрәфетдиновтың халыҡ-ара эшмәкәрлектәге кимәлен билдәләүҙән килә ине.
Йәнә лә Дамирҙың тағы бер һәләте – тәржемәсе оҫталығы. Уның кеүек башҡорт әҙәбиәтен рус теленә ауҙарыуға үҙ өлөшөн индергәндәр беҙҙең арала бик һирәк. Ғөмүмән, башҡорт әҙәбиәтендә ундайҙар аҙ. Дамир бит тота ла күләмле проза әҫәрҙәрен тәржемәләй ине. Бының өсөн яҙыусының гражданлыҡ позицияһы, үҙен әҙәбиәттең тоғро һалдаты итеп тойоуы мөһим. Шуныһы ҡыҙыҡлы – ул рус һәм башҡа телдәрҙә ижад иткән әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен башҡорт теленә лә ауҙарҙы. Таңдан тороп эшкә килеп ултырған Дамирҙың ҡул ҡаушырып йөрөгәнен белмәйем, ул һәр ваҡыт ижад итте, яҙҙы, фекерҙәрен әйтә барҙы. Былары ижадсы замандашым тураһында булды.
Кеше булараҡ, уның тураһында шулай уҡ оҙон-оҙаҡ һөйләп булмай, сөнки ул мең ҡатлы булманы, ана шул әйтемдәгесә, күлдәге менән ике ҡатлы ине. Ҡатайҙарға хас булғанса, уйлағанын шунда уҡ әйтә торған ғәҙәте булды. Эйе, ашығып һығымта яһаған саҡтары ла бар ине, әммә ул ғәфү үтенә лә белде, әйтергә теләгән һүҙен аҙаҡҡа ҡалдырманы, барыһын да шул мәлендә, урынында хәл итте. Ҡатыны Римма менән ҡыҙы Лилиәне матур тәрбиә биреп үҫтерҙе улар. Лилиә бигерәк аҡыллы бала инде, бәхетле булһын. Булыр, атаһына оҡшаған бит ул.
Дамир менән беҙ байтаҡ йылдар бер ятаҡта ут күршеләр ҙә булып йәшәнек. Уның менән хушлашҡанда, һуңғы көн иткән урынына баҫым яһап, уны меҫкен сүрәтендә күҙ алдына баҫтырғандар ҙа булды. Минеңсә, улай түгел. Дамир бер ҡасан да меҫкен булманы. Эйе, буйға ҙур түгел ине, әммә бәһлеүән асылы булды уның. Күңеле киң, ярҙамсыл ине. Ятаҡта йәшәүе лә уның әллә ни донъя малы тип иҫе китмәүенә бәйле булды, тип аңлайым. Документтары юғалған осраҡтар ҙа бар ине, ҡыҙын ҡыйыҡлы итергә тырышырға кәрәк булған да бит, ни хәл итәһең... Хәйер, ҡатыны Римма Әхмәтйәнова ла яҙыша, китап сығарҙы бит. Кем белә, бәлки, киләсәктә ошо ике ижадты бергә туплап, тейешле органдарға хат яҙғанда?!. Дамирҙың шәхесе, яҙғандары иғтибарҙан ситтә ҡала, юғала торғандарҙан булманы. Ул Мәңгелек бизмәненә заманы тураһында мәңгелек ҡиммәттәрҙән сығып, яҡты тамғалар һалды.
Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп алынғандағы егетлеген дә яҡшы хәтерләйем. Тиҙ арала миңә өс тәҡдимнамә алып, Союзға килеп ет, тип Азамат Юлдашбаев шылтыратҡанда, Дамир менән “Йәшлек” гәзитенең 518-се бүлмәһендә ултыра инек. Мин ҡайҙан алам инде уларҙы, тип уйларға ла өлгөрмәнем, ул шунда уҡ ултырып яҙҙы ла: “Бында бер ниндәй ҙә проблема юҡ. Хәҙер “Башҡортостан”ға төшөп, Салауаттан алабыҙ ҙа тағы берҙе табырбыҙ әле!” – тине. Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына, тигән әйтемгә тап килгәндәй, Рәйес килеп инде. Шулай итеп, ошо өс аҫыл егеттең тәҡдимнамәһе менән 2006 йылдың ҡарлы-ямғырлы мартында Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булып киттем. Быныһы өсөн айырым рәхмәт, Дамир!