Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Апрель 2019, 21:57

Районға йәштәр ҡайтты

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе мәсьәләләрен хәл итеүгә өлөш индереү маҡсатында белем алыуын ординатурала дауам иткән йәш белгестәр район һәм ҡала дауаханаларына эшкә йәлеп ителә. Был ике яҡ өсөн дә отошло.

Эльмира Кейекҡужина фотоһы.

Беренсенән, буласаҡ табип сирлеләрҙе ҡарап, күпмелер тәжрибә туплау мөмкинлеге алһа, икенсенән, медицина учреждениеһы белгес менән тәьмин ителә.

Баймаҡ районына өс терапевт һәм педиатр килде. Улар – Фәйрүзә Шәрипова, Гүзәл Ғабдуллина, Диана Шәрәфетдинова, Лилиә Әминева. Ҡыҙҙарҙың тәүге өсәүһе ваҡытлыса килешеү нигеҙендә эш башлаһа, Лилиә Хөснөтдин ҡыҙы көндөҙгө станционарҙа хеҙмәткә тотонған. Тәжрибәле белгестәр йәштәргә һәр яҡлап ярҙам итә.
Читайте нас: