Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
4 Апрель 2019, 13:15

Мәсьәләнең “эреһе-вағы” юҡ

Ауыл ерендәге проблемалар бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Социаль, һаулыҡ һаҡлау, халыҡтың йәшәйеше, тормош сифатына ҡағылған башҡа бихисап эреле-ваҡлы мәсьәләләр.

Ауыл ерендәге проблемалар бер-береһенә ныҡ оҡшаш. Социаль, һаулыҡ һаҡлау, халыҡтың йәшәйеше, тормош сифатына ҡағылған башҡа бихисап эреле-ваҡлы мәсьәләләр.
Әммә етәксе өсөн мәсьәләнең “вағы” ла, “эреһе” лә юҡ. Барыһын да ваҡытында хәл итергә тырышырға кәрәк. Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин был юлы Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында үткән граждандар йыйынында ҡатнашты. Эскелектән тамам биҙрәгән халыҡ суррогат араҡы һатыу менән шөғөлләнгәндәргә ҡаршы көрәште көсәйтергә тәҡдим итә. Ҡайһы берәүҙәр һорауҙарына яуапты шунда уҡ алһа, башҡа мәсьәләләрҙе хәл итеү яуаплы кешеләргә йөкмәтелде.