Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров “Сәләмәтлек сәғәте” тәртибендәге күсмә кәңәшмә барышында Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһы нигеҙендә урынлашҡан Төбәк ҡан тамырҙары үҙәгендә булды.
Төбәк етәксеһенә диагностика, тикшереү кабинеттарын, интенсив терапия һәм реанимация палаталарын, буласаҡ табиптар өсөн муляждар һәм ҡорамалдар ҡуйылған залды күрһәттеләр. Радий Хәбиров инсульт кисергән пациентҡа операция яһағандарын күҙәтте.
Дауахананың бүлек мөдире Илшат Мөхәмәтйәнов әйтеүенсә, көнөнә ошондай 15-әр операция яһайҙар.
21-се дауаханала 10 хирургия, ике реанимация бүлеге бар, 36 хирург эшләй.