Халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, “Ашығыс ярҙам” хеҙмәте эшен яҡшыртыу – республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Һуңғы ваҡытта ауылдарҙа, бигерәк тә төпкөлдә йәшәгән кешеләргә ошо йәһәттән иғтибарҙың артыуы – сикһеҙ шатлыҡлы күренеш.
Бөгөн, мәҫәлән, Йылайыр районының Берҙәш ауылында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Урындағы халыҡтың шатлығын уртаҡлашырға Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Әлфәрис Байсурин, Ринат Нагаев, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Йылайыр районы хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин килде.
– Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләгән көндәрҙә Берҙәш ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыу – икеләтә шатлыҡ. Халыҡ һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы бинаһының төҙөлөп бөтөүен түҙемһеҙлек менән көттө. Заман талаптарына яуап биргән, яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һәр кемгә сифатлы медицина ярҙамы алыуға булышлыҡ итәсәк. Шул уҡ ваҡытта мин, әлбиттә, һеҙҙең ауырымауығыҙҙы, һәр яҡлап һау-сәләмәт булыуығыҙҙы теләйем, – тине Илгиз Лирман улы.
Ауыл халҡының сәләмәтлеген йәш фельдшер Иван Соколов хәстәрләйәсәк.