Илебеҙҙә һәр ваҡыт тиерлек медицина кадрҙарына ҡытлыҡ булды. Әммә был проблема тармаҡтағы бар белгестәргә лә ҡағылмай. Мәҫәлән, совет осоронда ла, хәҙер ҙә стоматолог булып эшкә урынлашыу еңелдән түгел. Шуға ҡайһы берәүҙәр “теш табибы бер ҡасан да ас ултырмай, ул һәр ваҡыт үҙенә аҡса эшләй ала” тип шаярта. Гинекология, тире ауырыуҙары һәм венерология, косметология өлкәләрендә лә белгестәр етерлек.
Ә бына дауаханаларҙа неонатологтар, реаниматологтар, анестезиологтар, фтизиатрҙар, психиатрҙар, патологоанатомдар, ниндәй генә заманды алмайыҡ, һәр саҡ етешмәй. Сәбәбе нимәләме? Ул ябай ғына: был һөнәр эйәләренән ҙур яуаплылыҡ, көсөргәнешлелеккә түҙеү, үҙ-үҙеңде ҡулға алыу, хатта сәләмәтлегең менән иҫәпләшмәү кеүек сифаттар талап ителә. Ә был һөнәр эйәләренә түләнгән эш хаҡы үрҙә әйтелгән сифаттарҙы “ҡапларлыҡмы”? Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юҡ. Бер әхирәтем анестезиолог булып эшләй. Иртә таңдан операциялар башлана, әллә күпме көс талап ителә уларҙан. Өҫтәүенә ҡайһы саҡ дежур итә. Бынан тыш, планлаштырылмаған, кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалыу өсөн ашығыс операцияларҙың үткәрелеүе ихтимал. Шуныһы: нисек кенә ауыр булмаһын, бер ҡасан да зарланғанын ишеткәнем юҡ. Күрәһең, үҙ эшен яратып башҡара. Өҫтәүенә, ниндәй генә хәлдәр булмаһын, уны аңлаған, терәк булған ғаиләһе бар. Ә барыһы ла, бигерәк тә йәштәр, ошо үрҙә әйтелгән ауырлыҡтарға түҙәме?
Бигерәк тә ауылдарҙағы дауаханалар, фельдшер-акушерлыҡ пункттары медицина белгестәренә ҡытлыҡ кисерә. Ә йәш белгестәр ҙур мөмкинлектәр вәғәҙә иткән ҡалаларҙа ҡалырға ашыға. Әлбиттә, был проблеманы хәл итергә тырышалар. Мәҫәлән, “Ауыл табибы” федераль программаһы һөҙөмтәһендә байтаҡ йәштәр ауылдарға эшкә ҡайтты.
Дәүләкән районын да тотош илебеҙҙе борсоған проблемалар урап үтмәгән. Әле үҙәк район дауаханаһында (баш табип – Айҙар Салауатов) кадрҙар мәсьәләһе яҡшынан түгел. Дәүләкән ҡалаһының үҙендә генә өс участка терапевы талап ителә. Бынан тыш, рентгенолог, реаниматолог, хирург, эндоскопист, эндокринолог, нарколог һәм фтизиатр кәрәк.
Әле Башҡорт дәүләт медицина университетында Дәүләкән районынан 22 ҡыҙ һәм егет уҡый. Шуларҙың дүртәүһе район хакимиәтенән маҡсатлы йүнәлтмә алған. Йәштәрҙе тыуған яғына ҡайтыр тип көтәләр. Шуға Дәүләкән ҡалаһында улар өсөн өс фатир һатып алмаҡсылар.
– Ҡала бәләкәй күренһә лә, эш күләме ҙур. Шуға ла кадрҙар етешмәй, – ти баш табип урынбаҫары Алена Мосякова.
Әйткәндәй, былтыр дауаханаға Өфөнән юғары белемле Айгөл Булатова “Ауыл табибы” программаһы буйынса участка терапевы булып эшкә килгән. Быға тиклем ул баш ҡаланың 17-се дауаханаһында эшләгән.
– Әле Дәүләкән ҡалаһы үҙәгендәге районда йәшәүселәр миңә дауаланырға килә. Нигеҙҙә, гипертония менән сирләүселәр мөрәжәғәт итә, – ти Айгөл Урал ҡыҙы.
2006 йылда “Сәләмәтлек” программаһы буйынса узи, рентген аппараты килтерелгән булған. Әммә ун өс йыл эсендә улар иҫкергән һәм яңыртыуҙы талап итә. Ошондай проблемалар килеп сыҡһа ла, табиптар сирлеләрҙе дауалау өсөн көсөн йәлләмәй, эшен күңел һалып башҡара.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары