Был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә Әбйәлил районының һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандары үҙ миҫалында инанды.
Улар Таһир Кусимов исемендәге гимназияла һәм Асҡарҙың 1-се мәктәбендә компьютер нигеҙҙәрен өйрәнә. Һабаҡты тәжрибәле информатика уҡытыусылары Гөлдәр Насирова менән Ильяс Сәйетғәлин бирә.
Райондың инвалидтар ойошмаһы рәйесе урынбаҫары Нәсимә Әҡсәнова әйтеүенсә, проект Президент гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла, уҡыу 1 марттан башланған. Әле курсты дүртәр кешенән торған ике төркөм тамамлаған. Теләүселәр бик күп. Уҡытыу төркөмләп ойошторолһа ла, педагогтар һәр кем менән шәхсән шөғөлләнә. Коляскала йөрөгән һәм түшәктә ятҡан инвалидтарҙы өйҙәренә барып уҡытыу ҡарала.
Проект буйынса 80 кешене уҡытыу планлаштырылған, эш сентябрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.