Динар Мансур улы Нафиҡов — балалар хирургы, бөгөн ул Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында эшләй.
Сығышы менән Динар Балаҡатай районының Ураҡ ауылынан. Ауылында IX класты тамамлағас, бала сағынан табип булырға хыялланған егет Свердловск өлкәһенең Ирбит медицина колледжына уҡырға инә, фельдшер һөнәрен һайлай.
Ҡулына диплом алғас, Динар тыуған яғына — Балаҡатай үҙәк район дауаханаһына эшкә ҡайта. Йәш белгесте “Ашығыс ярҙам” бүлегенә фельдшер итеп тәғәйенләйҙәр. Күп тә эшләп өлгөрмәй, хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Мәскәү өлкәһендә һалдат бутҡаһы ашарға, бергә хеҙмәт иткән иптәштәренә медицина ярҙамы күрһәтергә тура килә уға. Әрменән һуң тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта һәм дауаханала эшмәкәрлеген дауам итә.
— Әлбиттә, армияла хәрби фельдшер булырға ла тәҡдим яһанылар, әммә Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар иттем. Етмәһә, юғары белем алырға ла кәрәк ине бит, — ти Динар Нафиҡов.
“Ашығыс ярҙам”да эшләү дәүерендә Динар үҙен һәр яҡлап ысын табип итеп таныта, халыҡҡа заманса медицина ярҙамы күрһәтә, әле лә күптәр егетте маҡтап телгә ала.
Юғары белем алыу маҡсатында ул Башҡортостан дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Унда хирург булыу теләге көсәйә. Һуңғы курста мөхәббәтен осрата. Ошо уҡ уҡыу йортонда педиатрия бүлегендә белем алған Тәтешле ҡыҙы Лилиә менән танышып, йәштәр сәстәрен сәскә бәйләй.
Ҡулдарына диплом алған йәш ғаилә, Салауат районына эшкә барырға уйлап, үҙәк район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Етәкселек йәш табиптарҙы ҡуш ҡуллап эшкә саҡыра.
Бөгөн Нафиҡовтар ғаиләһе, балаларҙың һаулығын ҡайғыртып, һәр кемде йылы һүҙҙәре, наҙлы ҡараштары менән дауалап, матур хеҙмәт өлгөһө күрһәтә. “Ауыл табибы” программаһында ҡатнашып, дәүләттән аҡсалата ярҙам алыуға өлгәшкәндәр.
— Алла бойорһа, Малаяҙҙа йорт һалып инеү хыялы менән йәшәйбеҙ, — ти Лилиә менән Динар. — Дауахана етәкселеге лә һәр яҡлап ярҙам күрһәтә, бер генә үтенесебеҙ ҙә ситтә тороп ҡалмай, иғтибарҙарынан өҙмәйҙәр.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.