Хөкүмәттәге сираттағы оператив кәңәшмәлә республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәү аэропортында башҡорт вахтасылары менән осрашҡаны хаҡында һөйләне.
“Яныма йәш егеттәр килде. Башҡортостандан, вахта менән эшләйҙәр. Һөйләшеп киттек. Эйе, уларҙың хеҙмәт хаҡы яҡшы – ундайҙы, моғайын, беҙҙең предприятиелар түләй алмайҙыр. Әммә егеттәрҙең барыһы ла тыуған ерендә эшләү теләген белдерҙе. Араларында бер ҡатын менән дә аралаштыҡ. Ул вахта ысулы буйынса кафела эшләй, Ҡырғыҙ-Миәкә ауылынан”, – тип һөйләне Радий Хәбиров.
Уның әйтеүенсә, вахта миграцияһы – күп яҡлы һәм күп аспектлы тема. Республика етәксеһе вахтасыларҙы сәйгә саҡырып, уларҙың тормошо, мохтажлыҡтары, пландары, бындай эш башҡарыуының сәбәптәре хаҡында һөйләшергә тәҡдим итте.
“Иҡтисад алға китһә, эш хаҡы артасаҡ. Ауылдарҙы үҫтереү программаһы ла – кешеләрҙе өйөндә ҡалдырыу мөмкинлеге”, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башҡортостан хеҙмәт мигранттарының абсолют һаны буйынса беренсе урында. Ситкә эшкә 150 мең тирәһе кеше даими йөрөй, уларҙың 100 мең самаһы – Ханты-Манси автономлы округына. Мигранттарҙың күпселек өлөшөн Хәйбулла, Йәрмәкәй, Краснокама, Мәсетле райондары халҡы, шулай уҡ Силәбе өлкәһе менән сиктәш биләмәләрҙә йәшәүселәр биләй.