Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
18 Июнь 2019, 23:03

"Берҙәм Рәсәй" кинотеатрҙарҙы тикшерә

Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Берҙәм ил – уңайлы мөхит” проекты әүҙемселәре кинотеатрҙарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлылыҡ булдырылғанмы-юҡмы икәнен тикшерә башланы.

"Берҙәм Рәсәй"ҙең матбуғат хеҙмәтенән.
Республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Берҙәм ил – уңайлы мөхит” проекты әүҙемселәре кинотеатрҙарҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлылыҡ булдырылғанмы-юҡмы икәнен тикшерә башланы.
Өфөләге билдәле кинотеатрҙарҙың береһендә инвалидтар өсөн байтаҡ шарттар тыуҙырылмаған. Мәҫәлән, уларға тәғәйенләнгән лифт эшләй, әммә уның барлығын белдергән күрһәткестәр юҡ. Республика парламенты депутаты Ирек Зариповҡа пандустар менән ҡыйынлыҡ тыуҙы. Стандарттар буйынса, кассаларҙың береһе коляскала йөрөгәндәр өсөн ҡулайлаштырылырға тейеш. Әммә ундайҙар юҡ.
“Беҙҙең тикшереүҙәр яза биреү маҡсатында уҙғарылмай. Ял итеү үҙәктәре етәкселәренә әлеге етешһеҙлектәргә иғтибар биреү, уларҙы яйға һалыу мөһимлеген еткерергә теләйбеҙ. Иртәгә баш ҡаланың башҡа кинотеатрҙарына барырға планлаштырабыҙ”, – тине проекттың республикалағы координаторы Наил Кәримов.
Маршрутта – ундан ашыу объект. Июнь аҙағына тиклем комиссия Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат, Благовещен, Бөрө, Мәләүез, Күмертау ҡалалары кинотеатрҙарын да тикшерәсәк.