Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
21 Июнь 2019, 14:26

Йортоң емерекме? Фатир бирәләр!

Рәсәйҙең һәр төбәгендәге кеүек, беҙҙең республикала ла емерек йортта йәшәгән ғаиләләр бар. Хәҙер уларҙың яңы фатирға күсеү мөмкинлеге тыуҙы.

Рәсәйҙең һәр төбәгендәге кеүек, беҙҙең республикала ла емерек йортта йәшәгән ғаиләләр бар. Хәҙер уларҙың яңы фатирға күсеү мөмкинлеге тыуҙы.


Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фонды Башҡортостанға ошо маҡсатта файҙаланыу өсөн 282,42 миллион һум аҡса бүлә. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов әйтеүенсә, Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу уңышлы бара, уға ярашлы, 2 500 ғаилә авариялы хәлдәге йорттарҙан яңыларына күсереләсәк.


Емерек торлаҡтан күсереү буйынса республиканың 2019-2024 йылдарға иҫәпләнгән адреслы программаһы ла раҫланған. Уны үтәү өсөн ҡаҙнанан 1,6 миллиард һум бүленә.


Фото: БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты сайтынан.
Читайте нас: