Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
1 Июль 2019, 12:24

Биш автопоезд – биш тарафҡа

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы июлдә лә дауам итә. Биш автопоезд Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Дыуан маршруттары буйлап юлға сыға.

“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы июлдә лә дауам итә. Биш автопоезд Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Дыуан маршруттары буйлап юлға сыға.
Күсмә сәләмәтлек үҙәктәрендә, ФАП-тарҙа, күсмә флюорограф һәм маммографтарҙа, стоматология модулендә теләгән һәр кем тикшереү үтеп, консультация алыу мөмкинлегенә эйә.
Бөтә сирҙе лә дауалауға ҡарағанда иҫкәртеүе еңелерәк. Диспансерлаштырыуҙы даими үтеү һиҙелерлек дәрәжәлә хәүефле сирҙәрҙе асыҡларға, ваҡытында дауаларға ярҙам итәсәк.