Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
3 Июль 2019, 02:33

Нисек индексацияланыр?

2020 йылдың 1 ғинуарынан индексациялау һөҙөмтәһендә пенсия күләме 6,6 процентҡа арта. Шул уҡ ваҡытта түләү күләме былтырғы инфляция кимәленә түгел, ә билдәләнгән дәүмәлгә (6,6 %) үҫәсәк.

Фото: yandex.ru
2020 йылдың 1 ғинуарынан индексациялау һөҙөмтәһендә пенсия күләме 6,6 процентҡа арта. Шул уҡ ваҡытта түләү күләме былтырғы инфляция кимәленә түгел, ә билдәләнгән дәүмәлгә (6,6 %) үҫәсәк.


Бындай нормалар 2018 йылдың 3 октябрендәге “Рәсәй Федерацияһының пенсияны тәғәйенләү һәм түләү мәсьәләләре буйынса айырым закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 350-се Федераль законда ҡарала. Йыллыҡ индексацияның ошо тәртибе (1 ғинуарҙан һәм билдәләнгән дәүмәлгә) 2025 йылға тиклем һаҡлана. Ә 2025 йылдың 1 февраленән пенсия тағы ла үткән йылғы инфляция кимәленә ҡарап индексацияланасаҡ.
Ғинуарҙа пенсия артҡас, 2020 йылда пенсия балы хаҡы 93,84 һумға етәсәк. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан страховка пенсияһына билдәләнгән түләү күләме 5 686,25 һумға тиклем арта. Федераль законға ярашлы, эшләмәгән граждандарҙың страховка пенсияһы 2021 йылдың 1 ғинуарынан – 6,3, 2022 йылда – 5,9, 2023 йылда – 5,6, 2024 йылда 5,5 процентҡа индексациялана.
Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 40 миллиондан ашыу эшләмәгән пенсионерҙың пенсияһы артасаҡ. Эшләгән пенсионерҙарға индексация ҡағылмаясаҡ.