Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
12 Июль 2019, 13:25

Атайлыҡ капиталына машина ал

Тиҙҙән ғаиләләргә яңы социаль ярҙам төрө күрһәтелә башлаясаҡ.

Фото: zen.yandex.ru
Рәсәйҙә күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау маҡсатында Франция менән Сахалиндың тәжрибәһен файҙаланасаҡтар.
Ошо көндәрҙә Йәмәғәт палатаһы Атайлыҡ капиталы мәсьәләһен тикшерҙе. Оҙаҡламай ғаиләле атайҙарға ла бәхет ҡошо йылмаясаҡ. Капиталдың был төрө ғаиләләге өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн биреләсәк. Күләме 453 мең һум тәшкил итәсәк. Әле Рәсәйҙәге ғаиләләрҙең 9 процентын күп балалылар тәшкил итә.
Ни өсөн ул Атайлыҡ капиталы тип атала тиһегеҙме? Cөнки бөгөн атай кешенең роле баһаланып етмәй, уның абруйын күтәреү фарыз. Икенсенән, күп балалы ғаиләлә әсәнең иҡтисади функцияһы түбәнәйтеп күрһәтелә, ә ир кеше финанс именлеге өсөн яуаплы булып һанала. Ниһайәт, тикшеренеүҙәргә ярашлы, нәҡ атай кеше өсөнсө баланың “заказсыһы” булып тора.
Атайлыҡ капиталы – ипотека бурысының бер өлөшөн ғәмәлдән сығарыу өсөн Президент инициативаһының дауамы ла ул.
Йәмәғәт палатаһының мәғлүмәттәре буйынса, Әсәлек капиталы торлаҡ һатып алыуға, баланы уҡытыуға тотонола. Атайлыҡ капиталына иһә машина һатып алырға ла була. Йәнә уны фермер хужалығын киңәйтеүгә, ауыл хужалығы техникаһы алыуға, ғаилә бизнесын асыуға тотонорға ла мөмкин.