Һаулығында физик кәмселектәре булған балалар тәрбиәләгән ата-әсәләр төбәк етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашҡан саҡта, уларҙың балаларын һауыҡтырыу өсөн республика шифаханаларына юлламалар һанын арттырыу мөмкинлеге тураһында һорағайны.
Улар белдереүенсә, Анапа шифаханаларына барып етеү инвалид балалар өсөн бик ауыр, шуға күрә Башҡортостан санаторийҙарында ла реабилитация курсы үтеү бик һәйбәт булыр ине. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, республиканан ни бары Мәсетле районындағы “Әсә һәм бала” санаторийы ғына бындай балалар өсөн 26 юллама бүлгән.
БР буйынса Социаль страховкалау фонды идарасыһы Марат Латипов белдереүенсә, улар йыл һайын дүрт мең льготалы юллама бүлә, уның 640-ын инвалид балалар ала. Тик уларҙың бөтәһе лә башҡа төбәк санаторийҙарына. Ә беҙҙең республика шифаханалары бындай тендерҙарҙа ҡатнашырға теләмәй.
– Мин был эш менән ҡәнәғәт түгелмен. 26 юллама – ул бик аҙ. Республиканың шифахана фонды 8500 урынға иҫәпләнгән, уның 10 процентын инвалид балаларға бүлергә булыр ине. Башҡортостан санаторийҙарында улар бөтә хеҙмәттәрҙе лә алырға тейеш, – тине быға Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе 1 августҡа тиклем шифахана директорҙары, профилле министрлыҡ һәм ведомстволар менән һөйләшеп был мәсьәләне хәл итеү юлын табырға ҡушты.