Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
24 Июль 2019, 16:30

Ҡарт көнөңдә мәсхәрәгә ҡал инде...

Республикала һабантуйҙар мәлендә алкоголле эсемлектәрҙе һатыу тыйылды.

Республикала һабантуйҙар мәлендә алкоголле эсемлектәрҙе һатыу тыйылды.


Эскелектең ҡасан яҡшыға илткәне бар? Әлбиттә, бер ҡасан да. Бик мауыҡҡандар яҡты донъя менән хушлаша, һатыу иткәндәренә лә Хоҙай үҙ язаһын биреп тора, бер кемдең дә көсө етмәгәндәргә ҡаршы хәҙер йәмәғәтселек көрәшә.


Насар эшкә яуап бар


Олоғайып бөткән, донъялары теүәл булған, инде башҡаларға һаулыҡ-именлек теләп кенә ултыра торған йәштәгеләрҙең дә спиртлы эсемлектәр һатыуы бер кемгә лә сер түгел хәҙер. Өй­ҙәренән йә­шерен рәүештә хәмер, кө­мөш­кә һатып ятһалар ҙа, уларҙың был ҡырын эшен бөтә халыҡ белә, урамда исемләп әйтеп тора. Белорет районының бер ауылында булғанда урын­дағы халыҡ өс кешенең алкоголле эсемлек һатыуына зарланды. Уларҙың береһе, ауыл советы депутаты, суррогат араҡы һата. Икенсеһе, 70 йәште уҙған апай, ағинәй булып ултырыр урынға, ауылдаштарын ағыулай. Өсөнсө­һө иһә һатыуын туҡта­тыуын үтен­гәндәргә: “Ғүмер буйы һат­тым, һата­саҡмын”, – тип шешә­һен 150-шәр һумдан осора, шул уҡ ваҡытта үҙенең улы эсергә ярата икән. Ошо түгелме инде ҡырын ғәмәлгә яуап итеп ебәрелгән яза!
Ауылда саҡта участка оперуполномо­ченныйын осратып, исемлекте әйтеп, сара кү­реүҙәрен һораныҡ. Ағыу һатыу­сы­ларҙың береһен тотҡандар, эше судҡа тапшы­рылған, тине полиция хеҙмәткәре. Бер аҙҙан уға “Ниндәй яза бирелде?” тип ҡыҙыҡһынып шылтыраттым. Судҡа тиклем үлеп ҡуйҙы, тинеләр. Был осраҡ яман эштең насар тамамланғанына ишара булды.
Икенсе ауылда хәл тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ та, ҡыҙғанысыраҡ та, тип әйтер инем. Бында ла ағыулы эсемлек менән сауҙа итеүселәр бар. Халыҡ улар хаҡында “нисек һатҡандар, шулай һатыуҙарын дауам итәләр” ти. Ҡыҙыҡлыраҡ тип әйтеүем шунан ғибәрәт: “Ауылға тикше­реү килә”, – тигән хәбәр таралыу менән, спиртлы эсемлекте һатыу ҡырҡа туҡтатыла, ә улар ҡайтып киткәс тә сауҙа тағы ла “йәнләнә”. Ҡыҙғанысы – ғаиләләр тарҡала, балалар етем ҡала, ке­ше ғүмерҙәре өҙөлә. Был ауыл шундай күркәм, төҙөк, тырыштар матур итеп донъя көтә.
Ғафури районында ла ауыл­дарҙа спиртлы эсемлектәр һатыуға зарландылар. Был хаҡта мәғлүмәт район хакимиәтенә еткерелде. Архангел районында законһыҙ рәүештә иҫерткес эсемлектәр һатыуға ҡаршы эш алып барылһа ла “ут” менән шаярыусылар унда ла бар әле. Әйткәндәй, еңел аҡса яратҡан­дар араҡы, көмөшкәне бурысҡа биреп, аҙаҡ кешенең мал-тыуарын һатып алыуға тиклем барып етә. Яңыраҡ республика райондарының береһендә шундай насар эш менән мәшғүл кешенең йорто янып ҡуйған. Был фажиғәне эскән кешеләрҙең балаларының, ҡатындарының күҙ йәше төшкәндер, тип баһалап ҡуйҙы ауылдаштары.
Хәҙер ирҙәрҙән арттырып, үҙҙәре алдан төшөп эсеп йөрөгән гүзәл заттар ҙа аҙым һайын. Ҡатын-ҡыҙ эсһә, донъя бөттө тигән һүҙ инде. Яңыраҡ редак­цияға хәмер һат­ҡандарға ҡарата сара күреүҙе һорап бер ир шылтыратты. Баҡтиһәң, ауылдарында хәләл ефетенә спиртлы эсемлектәрҙе бурысҡа бирәләр, һуңынан ир уларҙы артынса өй беренсә йөрөп түләй икән.
Яңыраҡ эске эштәр хеҙ­мәткәр­ҙәре рейд барышында Сибай ҡалаһында өйөнән спиртлы эсемлектәр һатҡан 65 йәшлек пен­сионерҙы тотҡан. Ул фатирынан сауҙа иткән, полиция хеҙмәткәрҙәре 16 литр иҫерткес шыйыҡсаны тартып алған. Ҡа­тын­ға ҡарата Рәсәй Федерация­һының Административ тәртип боҙоуҙар тураһындағы кодексы­ның 14.17.1-се статьяһы буйынса административ протокол төҙөл­гән. Ҡабаттан тотолһа, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыласаҡ. Бына шулай олоғайған көнөңдә мәсхәрәгә ҡал инде...


Башҡортостанда байрамдар айыҡ үтәсәк


Яңы закон республиканың ҡала һәм райондарында ҙур саралар, шул иҫәптән һабантуйҙар мәлендә алкоголле эсемлек­тәр­ҙе һатыуҙы тыя, әммә әле ҡайһы бер райондарҙа иҫерткестәр һатылыуы хаҡында ла мәғлүм булды. Ундай әҙәмдәр “ут” менән уйнауын аңлап етмәй шикелле.
Мәғлүм булыуынса, Йәштәр көнөндә (27 июнь), Белем кө­нөндә (1 сентябрь, әгәр 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килһә, 2 сентябрҙә лә) спиртлы эсем­лек­тәр һатыр­ға ярамай. Быға тиклем төбәктәргә урын­дағы байрамдар мәлендә йәки халыҡтың теләге буйынса айырым билә­мәләрҙә алкоголь продукцияһы һатыу ҡағиҙәләрен үҙаллы бил­дәләү хоҡуғын биргән закон ғә­мәл­дә булды, әммә ул “Һуңғы ҡың­ғырау” тантанаһына ғына ҡағылды. Мәктәп менән хушлашыу сараһы уҙған көндә иҫерт­кес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу ябай халыҡта ла, ата-әсәләрҙә лә, уҡыусыларҙа ла хуплау тапты.
– Халыҡтың күпселек өлөшө Һабантуй ише милли байрам­дарҙы йылы мөхиттә, төрлө спорт ярыштары һәм йыр-бейеү солғанышында үткәреү яҡлы. Хакимиәт башлыҡтарына һәм урындағы етәкселәргә шуны еткергем килә: ҡунаҡтарҙы һыйла­ған тирмәләрҙә лә спиртлы эсемлектәр булмаһын. Юғиһә беҙ халыҡтың именле­генә һәм сәләмәтлегенә йүнәлтелгән ма­тур идеяны юҡҡа сығарасаҡбыҙ, – тип бел­дергәйне республика Башлығы вазифа­һын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.
Билдәле булыуынса, байрам көндәрен­дә райондарҙағы сауҙа нөктәләренә рейд­тар ойошторола, закон үтәлеше тикшере­лә. Ҡануниәтте үтәмәгәндәргә ҙур штраф­тар ҡаралған: вазифа би­ләгән кешеләргә – 20 меңдән 40 мең һумғаса, предприя­тиеларға – 100 меңдән 300 мең һумға тиклем.


Йәшертен һатырмын тимә...


Күреүебеҙсә, штраф күләме бәләкәй түгел. Шулай булһа ла, еңел аҡса һуғырға өйрәнгәндәрҙе ҡаты саралар ҡурҡытмай. Мәҫә­лән, быйыл шундай 170 эшҡыуар тотолған, улар яҡынса 900 шешә спиртлы эсемлек һатҡан. Улар­ҙың мутлығын асыҡлау юлы ябай: илдә алкоголле эсем­лектәр шешәһенә һан һуғыла һәм ул “Берҙәм дәүләт автомат­лаштырылған мәғлүмәт сис­те­маһы”на (ЕГАИС) инде­релә. Ә унда ниндәй эшҡыуар­ҙың ҡасан нимә һатыуы, ул тауарҙың нисә һум тороуы асыҡ күренә.


Ағыу һатыуҙары хаҡында ҡайҙа хәбәр итергә?


Ошо өлкәлә эште әүҙем­ләш­тереү, һөҙөмтәле итеү маҡса­тында “Хәүефһеҙ мөхит” тип аталған сайт булдырылды. Уның адресы: safety.openrepublic.ru. Унда йәшерен рәүештә алкоголь менән сауҙа итеүселәр хаҡында мөрәжәғәттәр ҡабул ителә. Бының өсөн сайттан ҡулланыусы ошо мөрәжәғәттең формаһын тултырырға, уны төбәк карта­һындағы аныҡ нөктәгә бәйләргә тейеш. Артабан хәбәр тикшереү­гә алына һәм һеҙгә рәсми яуап ебәрелә. Шулай уҡ сайтта рөхсәт ителмәгән урындарҙа сауҙа ойоштороу, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу, көнкүрештәге система­ларҙағы өҙөклөктәр ту­раһында ялыуҙар ҙа ҡабул ителә.
– Яңы хеҙмәт тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәле­леген арттырырға бу­лышлыҡ итәсәк. Уның “Хәүеф­һеҙ мөхит” сайтында булдырылыуы юҡҡа түгел. Сауҙа өлкә­һен­дәге тәртип халыҡтың имен­легенә, уңайлы йәшәйешенә туранан-тура тәьҫир итә, – ти рес­публиканың Сауҙа һәм ҡулла­ныусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова.
Ведомство етәксеһе белде­реүенсә, алкоголь баҙарында хәлдәр тотороҡло. Быйыл ғин­уарҙан мартҡа тиклем республикала спиртлы эсемлектән ағыу­ланыуҙың 36 ос­ра­ғы теркәлгән. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән биш тапҡырға аҙыраҡ...