Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
30 Июль 2019, 23:30

Пландар байтаҡ, тимәк, ауыл йәшәйәсәк.

Учалы районының Ураҙ ауыл Советы башлығы Салауат Лоҡмановтың мәшәҡәттәре етерлек.

Фото: "Бәйләнештә"
Учалы районының Ураҙ ауыл Советы башлығы Салауат Лоҡмановтың мәшәҡәттәре етерлек – урындағы хоккей ҡумтаһына йомшаҡ япма түшәйҙәр. Ураҙ ауылы быйыл "Заманса ҡала мөхите булдырыу" проектында ҡатнашҡайны. Тиҙҙән балалар йылы миҙгелдә футбол, баскетбол, ә ҡыш иһә хоккей уйнаясаҡ. Ураҙ командаһы үҙ майҙансығында "Таусы" уйынсылары менән дә көс һынашырға ниәтләй.
Эшлекле етәксе һуңғы йылдарҙа социаль объекттарҙы тәртипкә килтереүгә, биләмәлә урамдарҙы һәм юлдарҙы төҙөкләндереүгә күп көс һала. Пландар байтаҡ, тимәк, ауыл йәшәйәсәк.