Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышында тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡтары буйынса төп демографик күрһәткестәрҙе билдәләнеләр.
Ведомство мәғлүмәттәренә ярашлы, алты айҙа төбәктә тыуымдың кәмеүе күҙәтелә. Йыл башынан алып Башҡортостанда 19 622 бала тыуған (былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 3 540 сабыйға кәмерәк), 24 430 кеше вафат булған (былтыр 1 548 кешегә күберәк).
Үлемдең структураһында ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарынан вафат булғандар төп урынды биләй. Яман шештән үлгәндәр күләме кәмегән.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.