Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Август 2019, 15:45

Бала табыу йортонда… ипотека бирәләр

Ҡайһы бер бала табыу йорттарында, мәҫәлән, Кемерово өлкәһендә, пациенттарға дауахананан сығыу алдынан ипотека буйынса сертификаттар тапшырыла башланы.

Ҡайһы бер бала табыу йорттарында, мәҫәлән, Кемерово өлкәһендә, пациенттарға дауахананан сығыу алдынан ипотека буйынса сертификаттар тапшырыла башланы.


Торлаҡ кредиттары буйынса ставкаларҙы биш процентҡа тиклем кәметкән сертификаттар икенсе һәм артабанғы сабыйҙарын тапҡан әсәләргә тәғәйенләнә. Фатирҙар яңы йорттарҙан бирелә. Льготаны шулай уҡ элек алынған ипотеканы рефинанслауға ла файҙаланырға мөмкин.


Кемерово өлкәһенең клиник дауаханаһында бала тапҡан илле әсә ошондай сертификатҡа эйә булған. Льготаға хоҡуҡ биргән документ менән бергә балаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ һәм страховкалау полисы ла бирелә.


Рәсәйҙә 2018 йылдан алып икенсе һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ипотека ставкаларын субсидиялау буйынса дәүләт программаһы эшләй. Торлаҡ кредиты ставкаһы йылына – алты процент.


“Демография” милли проектына ярашлы, бындай шарттар Рәсәйҙә кәм тигәндә 2024 йылға тиклем дауам итәсәк.


Фото: Lenta.ru