Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
11 Август 2019, 11:26

ФАП-тар интернетҡа тоташа

Республика Хөкүмәтендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендә оператив кәңәшмә үтте. Сарала “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу тикшерелде.

Республика Хөкүмәтендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров рәйеслегендәге оператив кәңәшмәлә “Һанлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу тикшерелде.


Мәғлүмәтләштереү һәм “Асыҡ Республика” системаһының эш итеү мәсьәләре буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Геннадий Разумикин хәбәр итеүенсә, быйыл 30 ноябргә тиклем Башҡортостанда 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктын интернетҡа тоташтырыу күҙаллана. Әле төбәктә 2071 ФАП-тың ни бары 25-е генә интернет селтәренән файҙалана.


Милли проектҡа ярашлы, өс йылда ауылдарҙағы ике меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объекты селтәргә тоташтырыласаҡ.


Фото: Zvezda-gafuri.rbsmi.ru