Яңы Шишмә ауылы халҡы менән аралашҡан мәлдә кешеләр автобус йөрөмәүе, юлдарҙың төҙөк булмауы, газ, интернет эшләмәүе, насар мобиль бәйләнеш, мәктәп һәм балалар баҡсаһында ашауҙың етерлек сифатлы булмауы тураһында әйтте.
Баҡһаң, Шишмә районынан аутсорсинг менән эшләгән компания китергән аҙыҡ йүнле түгел, балалар уны ашауҙан баш тарта икән.
Радий Фәрит улы билдәләүенсә, 1 сентябрҙән республиканың барлыҡ мәктәптәре лә берҙәм менюға күсәсәк. Ата-әсәләрҙең сифатһыҙ аҙыҡҡа ялыуы буйынса иһә, яҡын арала ауылға тикшереүсе органдар киләсәк.
2 сентябрҙән район үҙәгенән ауылға “Башавтотранс” автобусы йөрөй башлаясаҡ. Шулай уҡ газ һәм интернет буйынса мөрәжәғәттәр ҙә ҡараласаҡ.
5 класс уҡыусыһы Алина Сәлихова менән буласаҡ беренсе класс уҡыусыһы Искәндәр Ғарифуллин республика етәксеһенән көндәлектәренә имзаһын ҡуйыуҙы һораны. Радий Фәрит улы уларға уңышлы уҡыу, яҡшы кәйеф теләне һәм ҡул тамғаһын ҡуйҙы. Алина уҡыу йылы алдынан бындай бүләкте көтмәүе тураһында әйтте.
– Ҡустым менән тик “бишле” билдәләренә генә уҡыясаҡбыҙ. Радий Фәрит улы алдында һынатырға ярамай. Бар көсөбөҙҙө һалып тырышасаҡбыҙ, ә көндәлекте ғүмерлеккә һаҡлаясаҡмын, – тине Алина Сәлихова.