Социаль мәсьәлә
27 Августа 2019, 16:34

“Минең айыҡ атай-әсәй менән йәшәгем килә”

– Социаль етемлектең сәбәбе һәр ваҡыт тиерлек бер. Ул – алкоголизм.

Һәр бер бала үҙ ғаиләһендә бәхетле булып үҫергә хоҡуҡлы. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ошондай фекерҙә. Сенатор алкоголгә бәйлелек менән йонсоған ғаиләләрҙә ата-әсәләргә комплекслы ярҙам күрһәтеү проектына старт бирҙе.


Был проект “Минең ғаиләм” тип атала. Уны башлауға арнап үткәрелгән сарала Лилиә Салауат ҡыҙы белдереүенсә, йыл һайын етемгә әйләнгән балаларҙың 70 проценты – “социаль етемдәр”.


– Социаль етемлектең сәбәбе һәр ваҡыт тиерлек бер. Ул – алкоголизм. Тап ошоноң өсөн беҙ барлыҡ көстәрҙе берләштерергә һәм һәр сабыйға үҙенең тыуған ғаиләһен һаҡлап ҡалырға ярҙам итергә булдыҡ, – тине ул.


Проект иҫерткес эсемлектәрҙе күпләп ҡулланған ата-әсәне реабилитациялауға йүнәлтеләсәк. Социаль приюттарға урынлаштырылған балаларҙың ата-әсәһенә ашығыс рәүештә ярҙам күрһәтеләсәк. Быйыл республиканың ошондай приюттарына 407 бала ҡабул ителгән.


Лилиә Ғүмәрова белдереүенсә, “Минең ғаиләм” проекты сиктәрендә бындай ата-әсәләрҙең 80 процентын дауалау мөмкин буласаҡ. Проектҡа ярашлы махсус хеҙмәткәрҙәр бындай ғаиләләрҙе асыҡлаясаҡ, уларҙы дауаланырға өгөтләйәсәк. Ғаиләне социаль оҙатыуҙың шәхсән программаһы эшләнәсәк – уларға эшкә урынлашырға ярҙам күрһәтәсәктәр, сабыйҙарын балалар баҡсаһына, мәктәпкә, түңәрәктәргә һәм секцияларға урынлаштырыуға булышлыҡ итәсәктәр.


– Был эш бик ҡатмарлы. Беҙҙең пландарға ярашлы, проектта ҡатнашыусыларҙың 75 проценты самаһы дауаланыу курсы һәм социаль реабилитация үткәндән һуң ремиссия хәлендә буласаҡ. Был проектҡа барыһы ла – муниципалитеттар, ауыл советтары, мәктәптәр, дауаханалар, күршеләр, ата-әсәләр ҡушылыр тип өмөт итәбеҙ.


Бындай эштең һөҙөмтәһе булып айыҡ ата-әсә менән үҙ ғаиләһендә бәхетле йәшәгән йөҙәр, меңәр бала торор тип ышанабыҙ, – тине сенатор.

Читайте нас