Мәсетле районында бер ҡатын инвалид тип танылған һәм закон тарафынан ҡандағы глюкоза кимәлен тикшереү өсөн бушлай диагностика үтеү хоҡуғына эйә булған. Әммә ошоға ҡарамаҫтан, ул 2018 йылдан бирле медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителмәгән. Уларҙы алыу өсөн табиптар рецепт яҙмаған. Был хәлде прокуратура хеҙмәткәрҙәре тикшергәс кенә инвалид ҡатын үҙенең хоҡуғынан файҙалана алған.
81-се Федераль закон инвалидтарға бушлай медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә, 181-се, 61-се Федераль закондарға һәм Рәсәй Хөкүмәте раҫлаған дарыухананан бушлай бирелергә тейешле дарыуҙар исемлегенә ярашлы, инвалидтар табип рецебы буйынса дарыуҙарҙы бушлай алыу хоҡуғына эйә. Шул иҫәптән шәкәр диабеты менән сирләгән инвалидтар ҙа ҡандағы глюкоза кимәлен үлсәй торған медицина ҡорамалдары менән бушлай тәьмин ителә. Әгәр урындағы дауаханала кәрәкле дарыуҙар йәки медицина ҡорамалдары булмаһа, ойошма етәкселеге уларға запрос яһарға бурыслы. Һөҙөмтәлә медикаменттар ун көн эсендә килтерелергә тейеш. Ә ашығыс мәлдә был ваҡыттың 48 сәғәттән дә артмауын талап итергә мөмкин.