Социаль мәсьәлә
13 Сентября 2019, 07:00

Халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләп

Ошо көндәрҙә Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асты. Район үҙәгенән ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан төбәк халҡы өсөн был ысын мәғәнәһендә шатлыҡлы ваҡиға булды. Яңы модулле амбулатория Усть-Әйәҙҙән тыш, Мәтәүле, Заимка, Усть-Үгеҙ һәм күрше Асҡын районының Табаҫҡытамаҡ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.

Ошо көндәрҙә Дыуан районының Усть-Әйәҙ ауылында табип амбулаторияһы үҙ ишектәрен асты. Район үҙәгенән ярайһы уҡ алыҫ урынлашҡан төбәк халҡы өсөн был ысын мәғәнәһендә шатлыҡлы ваҡиға булды. Яңы модулле амбулатория Усть-Әйәҙҙән тыш, Мәтәүле, Заимка, Усть-Үгеҙ һәм күрше Асҡын районының Табаҫҡытамаҡ ауылдары халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Социаль әһәмиәткә эйә төҙө­лөштөң бағыусыһы булып “Роснефть” ҡарамағындағы “Башнефть” акционерҙар нефть ком­панияһы сығыш яһаған. Әйтергә кәрәк, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ярҙам итеүҙе компания үҙенең хәйриә программаһының төп йүнәлештәренең береһе тип билдәләй. Мәҫәлән, 2017-2018 йылдарҙа “Башнефть” Илеш районы поликлиникаһының төҙөлө­шөнә, 2-се Республика клиник дауаханаһының стоматология бүлеген ремонтлауға һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазлан­дырыуға, Өфөлә балалар поликлиникаһын төҙөкләндереүгә, Ауырғазы районында фельдшер-акушерлыҡ пунктына капиталь ремонт яһауға ярҙам күрһәткән.
Усть-Әйәҙ ауылындағы табип амбулаторияһы ла барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. 92 квадрат метрлыҡ майҙанға тиң бинала табиплыҡ һәм процедуралар кабинеттары, дарыухана пункты, көндөҙгө стационар урын алған. Бүлмәләр яҡты, йылы, пациенттар өсөн бөтә уңайлыҡтар булды­рылған, бинаға һыу һәм канализация селтәре үткәрелгән, шулай уҡ һаулығы буйынса мөмкин­лектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы пандус эшләнгән.
Амбулатория төҙөлөшөнә дүрт миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Заманса бина кәрәкле медицина йыһаздары һәм ҡорамалдары – электрокардиограф, пульсоксиметр, дефибриллятор, глюкометр, тонометр, дарыуҙар өсөн һыуытҡыс һәм башҡа техника менән тәьмин ителгән. Был эштәр ҙә “Башнефть” компанияһының туранан-тура ярҙамы менән башҡарылған.
Медицина учреждениеһын асыу тантанаһында баш ҡаланан абруйлы ҡунаҡтар, район етәк­селеге, ауыл халҡы ҡатнашты.
– Һеҙгә сифатлы медицина ярҙамын яҡынайта алыуыбыҙ бик яҡшы. Әммә һеҙ үҙегеҙ ҙә сәлә­мәтлегегеҙ хаҡында онотмағыҙ, табипҡа ваҡытында күренеп тороғоҙ. Сирҙе дауалауға ҡара­ғанда иҫкәртеү отошло булыуын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, – тип өндәште ауыл халҡына республи­каның һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева.
Дыуан районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Айҙар Абдуллин республика Хөкүмәтенә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, төҙөлөштөң төп бағыусыһы була­раҡ сығыш яһаған “Башнефть” акционерҙар нефть компания­һына төбәк халҡы исеменән ҙур рәхмәт белдерҙе. Ул ошоноң ише изге эштәр һөҙөмтәһендә кеше­ләр­ҙең сәләмәтлеген яҡшыр­тыуға, мәлендә медицина ярҙамы күрһәтеүгә мөмкинлектәрҙең артыуын билдәләне.
Ысынлап та, әлегәсә был ауылдар менән дауахана булған иң яҡын тораҡ пункт араһы 118 саҡрымдан ашыу тәшкил иткән. Әлбиттә, ул тиклем оҙон юлды үтеп, табиптарға күренеү, һаулығыңды тикшертеү урындағы халыҡ өсөн ҙур мәшәҡәттәр тыуҙырған. Әлеге көндә Усть-Әйәҙ табип амбулаторияһы хеҙмәтләндерәсәк иң алыҫ ауылға тиклем 15 километр самаһы.
Медицина пунктының табип-терапевы Фәриҙә Исхаҡова халыҡты ҡабул итеү эшен башлап та ебәргән. Ул яңы амбула­ториялағы шарттар менән бик ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. “Бүлмәләр яҡты, йыһаздар өр-яңы, ҡорамалдар сифатлы – шундай уңайлыҡтар булғанда ниңә эшләмәҫкә! Ауылдаштарыма сәләмәтлек теләйем, амбула­торияға тик сирҙәрҙе иҫкәртеү, тикшерелеү өсөн генә килһендәр”, – тине ерле халыҡтың һаулығы һағында торған табибә. Әйткәндәй, Фәриҙә Мирсәйет ҡыҙы – 50 йылдан ашыу ғүмерен медицина өлкәһенә бағышлаған тәжрибәле белгес.
Мәсәғүт үҙәк район дауахана­һының баш табибы Валерий Трофимов төбәктә һаулыҡ һаҡлау тармағының йылдан-йыл үҫеше­үен, матди базаның нығыныуын, халыҡ өсөн уңайлыраҡ була барыуын билдәләне. Был тәңгәлдә “Башнефть” кеүек ҡеүәтле ойошмаларҙың ярҙамын һәм хәстәрлеген билдәләп үтмәйенсә булмай. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡортостан нефтселәре район дауаханаһын яңы медицина автомобиле менән тәьмин иткән. Урындағы халыҡ интернет бәйләнеше (әлегә мобиль төрө) өсөн дә “Башнефт”кә рәхмәт әйтә, сөнки ике йыл элек компанияның ярҙамы менән элемтә вышкаһы төҙөлгән.
Яңы амбулаторияны асыу тантанаһына йыйылыусылар киләсәктә хәл итәһе мәсьәләләр, алда торған эштәр тураһында ла һөйләште. Усть-Әйәҙ халҡы яңы мәҙәниәт йорто төҙөү, мәктәптең тәҙрәләрен алмаштырыу, медицина хеҙмәткәрҙәрен һәм уҡытыу­сыларҙы ауыл ерендә эшкә ҡалдырыу өсөн социаль торлаҡ төҙөү, балалар майҙансығы булдырыу кеүек һорауҙарҙы күтәрҙе. “Башнефть” компанияһы кеүек ярҙамсылар барҙа, бының ише бурыстарҙы тормошҡа ашырыу бер ни тормаҫ.
Читайте нас