Яратҡан эшең булыу фарыз.
Рәсәй Президенты Владимир Путин ил Хөкүмәтенә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлеген тикшерергә ҡушҡайны. Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцованың һүҙҙәренә ҡарағанда, әле илдә 43 мең фельдшер-акушерлыҡ пункты бар. Тағы 570-кә яҡын пункт төҙөләсәк. Хәтерегеҙҙәлер: 2000 – 2010 йылдарҙа Рәсәйҙә был медицина ойошмалары күпләп ҡыҫҡартылғайны. Һөҙөмтәлә әллә күпме объект юҡҡа сығарылған. Һуңғы йылдарҙа ошо фельдшер-акушерлыҡ пункттары ҡайтанан тергеҙелә башланы.
Халҡы ике меңдән ашыу булған ауылдарҙа беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн табип амбулаториялары ойошторолорға тейеш. Әгәр ауылда йәшәгән кешеләр һаны бер меңдән ике меңгә тиклем икән, фельдшер-акушерлыҡ пунктының булыуы мөһим. Әгәр был һан 100-ҙән ашыу булһа, беренсе медицина ярҙамы урынға сығып күрһәтелә.
Ауыл халҡының сәләмәтлеген һаҡлау ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки илдәге халыҡтың 26,6 проценты, йәғни 38,3 миллион кеше ауыл-ҡасабаларҙа йәшәй. Шуға уларҙың сифатлы медицина ярҙамына лайыҡ икәнлеге көн кеүек асыҡ.
Өҫтәүенә фельдшер-акушерлыҡ пункттарын булдырыу – Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә ҡуйған төп мәсьәләләрҙең береһе. Владимир Путин ауыл-ҡасабалар халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итергә ҡушҡайны, сөнки кеше ғүмере, сәләмәтлеге туранан-тура ошо күрһәткескә бәйле.
Райондарҙа һәм ауылдарҙа фельдшерҙар халыҡҡа беренсе медицина ярҙамын күрһәтә, шуға уларҙы хатта табиптың уң ҡулы, тип йөрөтәләр.
Ә был һөнәр эйәһенең эше нисек? Танышымдың “Ашығыс ярҙам” фельдшеры булып эшләүенә байтаҡ. Әммә ул беренсе тапҡыр төндә нисек дежур иткәнен бик яҡшы хәтерләй. “Барыһы ла тыныс йоҡлағанда сирлеләрҙең, киреһенсә, һыҙланыуы, ауыртыныуы көсәйә. Һөҙөмтәлә медицина ярҙамын һорап шылтыратыусылар күбәйә”, – ти ул. Өҫтәүенә хатта ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәр саҡ әҙер булыу мотлаҡ.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарында эшләүселәрҙең дә хеҙмәте ана шул “Ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренеке кеүек яуаплы. Улар ҙа көн-төн тимәй, тәүлектең һәр сәғәтендә тәүге медицина ярҙамына мохтаждарға ярҙам итергә тейеш, шуға күрә ошо ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәреү, ҙур яуаплылыҡ, тырышлыҡ һәм ваҡыты менән хатта һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән һөнәр буйынса эшләргә теләүселәр артыҡ күп түгел. Шуға республикала “Башҡортостан фельдшеры” тигән программа тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, фельдшерҙар – 500-әр мең, ә табиптар 1-әр миллион һум аҡса ала. Әйткәндәй, Башҡортостанда медицина кадрҙары менән тәьмин ителеш, тотош ил күрһәткестәре менән сағыштырғанда, 8 процентҡа кәмерәк.
Икенсе яртың аңлаһа, эш ырамлы бара
Шуныһы һөйөндөрә: Гиппократ антына тоғро ҡалып, иҡтисади көрсөккә, тормош ауырлыҡтарына ҡарамай, тиҫтәләгән йылдар фельдшер булып эшләгәндәр бар. Фәғүә Сәлимгәрәева – ана шундайҙарҙан. Ул Саҡмағош районындағы Иҫке Боҫҡаҡ һәм Маҡар ауылдарында йәшәгән 300-гә яҡын кешегә медицина ярҙамын күрһәтә. Әйткәндәй, Иҫке Боҫҡаҡ ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты 1993 йылда төҙөлгән.
Фәғүә Илфаҡ ҡыҙы медицинаға арнаған утыҙ йыл эсендә ниндәй генә сирлеләргә ярҙам итмәгән! Өфөләге 1-се медицина училищеһын тамамлаған ҡыҙ хеҙмәт юлын ошо уҡ уҡыу йортонда шәфҡәт туташы булып башлай. Был училище ятағындағы шифахана-профилакторийҙың асылған осорона тура килә. Шуға Фәғүәгә һәм уның менән бергә эшләгән ҡыҙҙарға, төп эштән тыш, бинаны буярға, йыуырға, ипкә килтерергә тура килә. Үҙенә йөкмәтелгән һәр эште яратып башҡара ул. Артабан Дүртөйлө ҡалаһындағы “Ағиҙел” профилакторийында шәфҡәт туташы була. Аҙаҡ Фәғүә кейәүгә сыҡҡас, ире менән тыуған Иҫке Боҫҡаҡ ауылына ҡайта. Ҡатын – фельдшер, ире Рәмзис механизатор булып эшкә төшә.
– Ирем ныҡлы таяныс-терәгемә әйләнмәһә, утыҙ йыл буйы фельдшер йөгөн тарта алыр инемме икән? Юҡтыр. Был – үҙенсәлекле, яуаплы, бар күңелеңде, көсөңдө һалып башҡарған һөнәр бит ул. Икенсе яртың эшеңде аңламаһа, был өлкәлә оҙаҡ йылдар хеҙмәт итеүе ауырҙыр. Элек биш километр алыҫлыҡтағы Маҡар ауылына хатта матур юлдар юҡ ине. Ирем менән ат егеп, арбала йәки санала сирлеләргә йөрөй торғайныҡ, – тип һөйләй Фәғүә Илфаҡ ҡыҙы.
Шулай итеп, һөнәренән генә түгел, ғаиләһенән дә уңған ҡатын. Ире Рәмзис менән бына тигән ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Рәмзил Себерҙә уңышлы ғына эшләп йөрөһә, ҡыҙҙары Дилбәр – Өфөләге Дим эске эштәр бүлегендә (Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығының 1-се полиция бүлеге) тәүтикшереүсе. Улар ата-әсәһе йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, икеһе лә тормошта үҙ юлын тапҡан.
Арабыҙҙа йәшәү йәмен ғаиләлә һәм яратҡан эшендә күргәндәр бик күп. Фәғүә Сәлимгәрәева – тап ана шундайҙарҙан.