Был мәсьәлә киләсәк быуындарҙың яҙмышын хәл итә.
Демография мәсьәләһе бөтә донъялағы бихисап проблемалар араһында иң мөһимелер, моғайын, сөнки киләсәк быуындарҙың булыу-булмауы хәл ителгәндә ҡалғандарын тикшереү артҡы планға күсә. Ә был мәсьәлә буйынса илебеҙҙә һәм республикала хәлдең маҡтанырлыҡ түгел икәнлеге һис кемгә сер түгел. Шуны иҫәпкә алып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа һаулыҡ һаҡлау һәм демография буйынса ҡануниәттең үтәлеше буйынса эш төркөмө ойошторолдо.
Хәҡиҡәт өсөн дөрөҫ һандар кәрәк
Парламент Рәйесе урынбаҫары, эш төркөмө етәксеһе Эльвира Айытҡолова алып барған тәүге ултырышта уҡ демография мәсьәләләренең мөһим дә, ҡатмарлы ла булыуы дәлилләнде.
– Беҙҙә тәбиғи кәмеү 2017 йылдан бирле күҙәтелә, ошо йыл йомғаҡтарына ҡарағанда, Рәсәйҙә халыҡ 164 мең кешегә кәмегән – был бер ҙур ҡала юҡҡа сыҡты тигән һүҙ, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, эш төркөмө етәксеһе урынбаҫары Римма Үтәшева. – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2025 йылға тиклем Рәсәй 11 миллион кешеһен юғалтыуы ихтимал. Был дүрт Башҡортостан халҡына тиң... Ә бит үткән быуат аҙағында, ил өсөн һынылышлы осорҙа, беҙ ғаиләне һәм балалыҡты һаҡлап ҡалыу хәстәрлеген күрҙек. Республиканың беренсе етәксеһе Мортаза Рәхимовтың тәүге указдарының береһе ауырлы ҡатындарға ярҙам күрһәтеүгә ҡағыла ине. Мин бушлай витамин менән тәьмин итеү һәм башҡа шундай социаль ярҙамды күҙ уңында тотам.
Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Татьяна Голикованың күптән түгелге сығышы ла был хафаланыуҙы раҫлай: быйылғы тәүге ярты йылда ғына ла ил халҡы 149 мең кешегә кәмегән. “Был иһә тыуымдың аҙайыуын, ә үлем һанының беҙ теләгән темптарҙа кәмемәүен аңлата”, тине вице-премьер. Хәйер, булған статистика ла ҡайһы саҡ дөрөҫлөккә тура килеп бөтмәй икән: Татьяна Голикова раҫлауынса, ҡайһы бер төбәктәр йөрәк-ҡан тамырҙары һәм яман шештән мәрхүм булғандарҙың һанын кәметеп күрһәтә, әммә Һаулыҡ һаҡлау министрлығы үткәргән тикшеренеүҙәр генә хәҡиҡәтте асыҡларға ярҙам иткән.
Эш төркөмө ағзалары һәм саҡырылған белгестәр алдында республиканың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Салауат Рәхмәтуллин, Рәсәй фәндәр академияһы Социология институтының Башҡортостан филиалы директоры Рим Вәлиәхмәтов, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Ольга Кабанова һәм башҡалар үҙ фекерҙәре, тәҡдимдәре менән сығыш яһаны.
Ултырышта раҫлауҙарынса, “Демография” милли проекты ошо йүнәлештәге программа документтары араһында тәүгеһе түгел. Әле 2001 йылда уҡ илебеҙҙә “Рәсәй Федерацияһының 2015 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” ҡабул ителгәйне. Документта илебеҙҙәге демографик хәлдең насарая барыуы тураһында әйтелгәйне һәм демографик сәйәсәттең бурыстары билдәләнгәйне. Уны ҡулланыу тәжрибәһен, дөрөҫөрәге – хаталар һәм йоғонтололоҡто – иҫәпкә алып, 2007 йылда “Рәсәй Федерацияһының 2025 йылға тиклемге демографик үҫеш концепцияһы” үҙ эшен башланы. Ул демографик проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелгән тотош саралар комплексын үҙ эсенә ала.
Башҡортостан етәкселеге демографик проблемаларҙы хәл итеүгә ҙур иғтибар бирә, беҙҙә йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙе социаль яҡлау буйынса күп кенә документтар ҡабул ителгән. Халыҡтың тәбиғи күсенеүе һәм миграция мәсьәләләре лә йыш ҡарала. Былтыр “Бала табыу сертификаты” программаһы нигеҙендә Рәсәй Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе ҡатын-ҡыҙҙар консультацияларына, бала табыу йорттарына, балалар поликлиникаларына 462,3 миллион һум аҡса түләне. Был сумма ошо учреждениеларға ҡатын-ҡыҙҙарға улар ауырлы осорҙа күрһәтелгән сифатлы медицина хеҙмәтләндереүе өсөн тапшырылған.
Шул уҡ ваҡытта беҙҙең төбәктәге демографик хәл ҡәнәғәтләнерлек тип әйтеп булмай. Тыуым кимәле халыҡ һанын тейешенсә темпта арттырырлыҡ түгел. Һөҙөмтәлә Башҡортостан тыуым буйынса Рәсәй төбәктәре араһындағы рейтингта 36-сы урынды ғына биләй. Сағыштырыу өсөн: күрше Татарстан был исемлектә 147-се урынды биләй. Үлем кимәле, киреһенсә, юғары. Бигерәк тә хеҙмәт йәшендәге ирҙәр араһында. Һуңғы биш йылда миграция ла үҙгәрҙе: республиканан ситкә китеүселәр беҙгә килеүселәргә ҡарағанда күберәк.
Әлеге ултырышта Римма Үтәшева бик күптәр һиҙемләгән фекерҙе әйтте: демографик хәлдең яҡшырмауының йәки аҡрын яҡшырыуының сәбәбе – халыҡтың мулыраҡ тормошҡа ынтылыуы. Ғаилә ҙурыраҡ булған һайын, уның матди хәленең хөртәйеүен беҙ быуаттар буйы күреп өйрәнгәнбеҙ инде. Хәйер, үткән тормошта ауыл ерендә эшсе көсөнөң күберәк, йәғни ғаиләнең үрсемлерәк булыуы менән ҡыҙыҡһынғандарҙыр, әммә хәҙер заман икенсерәк шул.
– Тәүге бала тыуҙырыуҙы ла йәш ғаиләләр бик йыш ҡына аҙаҡҡараҡ ҡалдыра, – тине депутат. – Үткән быуаттың 70-се йылдарында беҙ, табиптар, үтә йәш ҡыҙҙарҙың бала табыуынан ҡурҡһаҡ, хәҙер борсолоу икенсе юҫыҡта – йәш ҡатын-ҡыҙ бала табыу осорон үткәреп ебәрә күрмәһен. Тыуымдың кәмеүе финанс мәсьәләһенә барып тоташа, тиеүҙәре менән риза булып бөтмәҫ инем, сөнки бына Кавказ республикаларын ҡарағыҙ: уларҙағы тормош кимәле беҙҙекенән юғарыраҡ тип булмай, әммә тыуым буйынса күрһәткес күпкә яҡшыраҡ. Был урындағы халыҡта боронғо йолаларҙың һәм мәҙәниәттең, рухи тотороҡлолоҡтоң һаҡланып ҡалыуы менән аңлатыла. Ҡайһы бер Мәскәү ғалимдарының, Көнбайыш өлгөһөнә эйәреп, мәктәптә контрацептивтарҙы нисек ҡулланырға кәрәклеге тураһында лекциялар уҡыуын мин кире күренеш, беҙҙең киләсәккә зыян килтереү тип ҡабул итәм.
– Демографик күрһәткестәр буйынса статистика ҙур күләмле, һәм беҙ уларҙы яңы йүнәлештәргә яраҡлаштырып ҡулланырға тырышабыҙ, – тине Рим Вәлиәхмәтов. – Уларҙы ҡарағанда, анализлағанда борсоулы тойғоларға бирелмәй ҡала алмайһың, шулай ҙа уйландырған һәм өмөт уятҡандары ла бар.
Ул эш төркөмө ағзаларына тыуым һәм үлем һандары, миграция буйынса хәл, һаулыҡ һаҡлау кимәленә ҡағылышлы мәғлүмәттәр буйынса слайдтар күрһәтте, уларға тәфсирләп аңлатма бирҙе. Былар барыһы ла артабан дөйөмләштереүгә, камиллаштырыуға мохтаж һәм Социология институтының был хеҙмәте республикалағы демографик хәлде яҡшыртыуҙа әүҙем ҡулланыласаҡ.
Киләсәк быуынды хәстәрләп
– Демографик проблемаға күп ҡырлылыҡ хас, һәм беҙ бер йүнәлештә генә хәрәкәт иткәндә, көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешә алмауыбыҙ ҙа бар, – тине Салауат Рәхмәтуллин. – Был өлкәләге төбәк ҡануниәте нисек үтәлә? Тыуасаҡ быуындың һаулығын хәстәрләү беренсе медицина ҡабул итеүе звеноһында уҡ башлана. Беҙ өҫтәмә рәүештә модулле 29 фельдшер-акушерлыҡ пункты һатып алдыҡ, сентябрҙә улар ҡороп ҡуйыласаҡ. Артабан улар лицензия алыу менән шөғөлләнәсәк һәм йыл аҙағына саҡлы эшләй башларҙар тип ниәтләнәбеҙ. Бының өсөн 376 миллион һум бүленде. Унан тыш 21 күсмә ФАП һатып алыуға килешеүҙәр төҙөлдө. “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” программаһына ярашлы, райондарҙа дүрт ошондай пункт төҙөлә башланы, заказсыһы – республиканың Ауыл хужалығы министрлығы. Әлбиттә, эш ҡорамалдарҙа ғына түгел, ә һаулыҡ тармағының нисек хеҙмәтләндереүе лә төп шарт булып тора. Шуны иҫәпкә алып, тәүге медик-санитар ярҙам күрһәтеүҙең сифатын күтәреү менән шөғөлләнәсәк төбәк үҙәге ойошторолдо, 33 учреждениела “Һаҡсыл поликлиника” программаһы индерелә.
Министр урынбаҫары әйтеүенсә, “Һаулыҡ һаҡлау һәм демография” милли проекты сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса махсуслашҡан өс учреждениеға төбәк үҙәге статусы бирелә, улар заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыла. Өфөләге Ашығыс ярҙам дауаханаһына һәм 13-сө дауаханаға ундай ҡорамалдар килтерелде лә инде. Был 407 миллион һум сығым талап итәсәк.
Яман шеште иҫкәртеү һәм дауалау буйынса ла ҙур эш алып барыла. Был сиргә ҡаршы көрәш буйынса төбәк программаһы раҫланған. Ауырыу сығанағын мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау маҡсатын ҡуйған дүрт амбулатор үҙәк булдырыла, улар Өфөнөң 13-сө дауаханаһында, Күмертау, Нефтекама һәм Октябрьский ҡалаларында урынлашасаҡ. Республика онкология үҙәге лә яңы ҡорамалдар менән тәьмин ителә: лазерлы хирургия комплексы, операция микроскоптары һәм башҡалар.
Балалар һаулығын хәстәрләү буйынса айырым эш алып барыла. Күп кенә балалар поликлиникаларына яңы ҡорамалдар ҡуйылған, бынан тыш педиатрияға ярҙамға ун рентген комплексы һатып алыу күҙ уңында тотола. Ә Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында заманса талаптарҙы иҫәпкә алған яңы балалар поликлиникалары һалына башлаған. Төҙөлөш эштәре графикка ярашлы бара. “Балалар өсөн бындай поликлиникалар хатта Өфөлә лә юҡ әлегә”, – тине Салауат Рәхмәтуллин.
Һаулыҡ һаҡлау тармағын берҙәм мәғлүмәт-бәйләнеш селтәре менән тәьмин итеү ҙә һуңғы осорҙа әүҙемләшә төшкән, был маҡсаттағы ҡорамалдар быйыл 132 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһына ҡуйыласаҡ. Электрон сират булдырыу ҙа байтаҡтан бирле уңышлы тормошҡа ашырыла. “Ашығыс ярҙам” табиптары 246 планшет менән ҡоралландырыла.
Бынан тыш, учреждениеларға медицина кадрҙарын ылыҡтырыу, мохтаждарҙы ташламалы дарыу менән тәьмин итеү, диспансерлаштырыу һәм башҡа йүнәлештәргә лә иғтибар кәмемәй.