Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
8 Октябрь 2019, 21:54

Беҙ әсәйҙең биш балаһы инек...

Хәҙер барыһын да тартып алғандар. Кем ғәйепле?

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru
Ҡыҙҙары алдында иҫерткес эсемлектәр эскән, аҙыҡ-түлек, гигиена әйберҙәре һатып алмаған, сирле балаларын табиптарға йөрөтмәгән... Быларҙың барыһы ла 31 йәшлек күп балалы Өфө ҡатыны тураһында.
Хәҙер уны әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итмәкселәр. Калинин районы прокуратураһы бының буйынса эш башлаған.
Тикшереү барышында асыҡланыуынса, бер һәм өс йәшлек бәләкәй балаларҙың йоҡлар өсөн урыны ла булмауы асыҡлана. Йүнләп ашамағас һәм ҡаралмағас, сабыйҙарҙың сирҙәре лә күбәйгән. Тик әсәне уларҙың һаулығы борсомаған. Поликлиникаға саҡырыуҙарға иҫе лә китмәгән.
Хәҙер ул балаларын ҡарамауҙа һәм улар менән насар мөғәмәлә итеүҙә ғәйепләнә. Ҡатын үҙенең ғәйебен таныған. Сабыйҙарын алып, бала йортона урынлаштырғандар.
Әйткәндәй, быға тиклем ошо уҡ әсәне 11, 10 һәм 7 йәшлек өлкән балаларына ҡарата ла хоҡуҡтан мәхрүм иткән булғандар. Уларҙы ла әле сит кешеләр тәрбиәләй.
Бер барып етмәгәс, етмәй икән кешегә. Өсәүһен ҡарай алмай, дәүләт ҡулына тапшырғас, ни эшләп тағы икәүҙе табырға кәрәк булды икән? Бала өсөн пособие түләйҙәр, сәбәбе шулмы?..
Читайте нас