Социаль мәсьәлә
11 Октября 2019, 15:52

Байрамда ла хеҙмәтенә тоғролоҡ һаҡлап...

“Мин Сибай ҡалаһына бик теләп килдем, сөнки ошонда бала сағым үтте, атай-әсәйем Роза менән Венер Сәхәүетдиновтар үҙҙәренең хеҙмәт юлын тап таусылар ҡалаһынан башлаған”.

Фотолар Радик Нәҙерғоловтың сәхифәһенән.Фотолар Радик Нәҙерғоловтың сәхифәһенән.
Фотолар Радик Нәҙерғоловтың сәхифәһенән.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Сибай ҡалаһында “Рәсәй тимер юлдары” – “Өфө ҡалаһының медицинаһы” дауаханаһы табиптары медицина фәндәре докторы, профессор Индира Сәхәүетдинова етәкселегендә ауырыуҙарҙы ҡабул итте.
Халыҡ табип-хирург, кардиолог, невролог, проктолог, офтольмолог, гинеколог кеүек белгестәргә мөрәжәғәт итә алды. Алдан яҙылыу буйынса Өфө табиптарына бушлай күренергә мөмкин ине. Көн дауамында бөтәһе 114 сирле ҡабул ителде.
“Мин Сибай ҡалаһына бик теләп килдем, сөнки ошонда бала сағым үтте, атай-әсәйем Роза менән Венер Сәхәүетдиновтар үҙҙәренең хеҙмәт юлын тап таусылар ҡалаһынан башлаған”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Индира Сәхәүетдинова.
Читайте нас