Социаль мәсьәлә
12 Октября 2019, 09:21

Фатир асҡыстары бәхеткә юл асһын!

Ҡалтасыла байрам алдынан етем балаларға, атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырылды.

Фото: kaltasyzarya.rbsmi.riФото: kaltasyzarya.rbsmi.ri
Фото: kaltasyzarya.rbsmi.ri
Ҡалтасыла байрам алдынан етем балаларға, атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандарға тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары бирелде. Уларҙы район хакимиәте башлығы Юрий Садыров тапшырҙы.
“Был асҡыстар һеҙгә яңы, үҙаллы һәм яҡты тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам итһен, йортоғоҙ шат тауыштарға күмелһен. Уй-хыялдарығыҙ, өмөттәрегеҙ, бар теләктәрегеҙ тормошҡа ашһын. Йортоғоҙҙо ҡайғы-хәсрәт урап үтһен, тик ҡыуаныстар ғына күрергә яҙһын, – тине ул.
Фатир асҡысы алғандар араһынан Александра Мусаева бөтә бүләкләнеүселәр исеменән район хакимиәте башлығына, район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, опеундарға рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, киләсәктә төбәк мәнфәғәтендә тырышып хеҙмәт итергә вәғәҙә бирҙе. "Беҙҙең кеүек етемдәрҙе хәстәрләүегеҙ өсөн ихлас шатбыҙ", – тине ул.
Был көндө һигеҙ кеше яңы фатир асҡысы алып ҡыуанды. Әйткәндәй, районда былтыр 11 етем бала торлаҡлы булған.
Читайте нас