Үҫмерҙәр ҡылған енәйәттәр, уларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалыуы осраҡтары тураһында хәбәрҙәр йышайҙы. Киң мәғлүмәт саралары уларҙы тиҙерәк хәбәр итергә, һәр осраҡты тәфсирләп һүрәтләргә ынтыла.
Тормош күрһәтеүенсә, был йәмғиәткә кире йоғонто яһай. Хәбәрселәр өсөн Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы үткәргән семинар шуға арналды ла инде. “Бәлиғ булмағандар менән осраҡтарҙы яҡтыртыу” тип аталған был сараны агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов алып барҙы, унда Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт һәм йәмәғәтселек менән бәйләнеш бүлеге етәксеһе Максим Родионов, “Роскомнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығының киң коммуникациялар өлкәһендәге контроль һәм күҙәтеү бүлеге етәксеһе Рәфисә Шәйхисламова, Башҡорт дәүләт университетының психологик оҙата барыу һәм клиник психология кафедраһы мөдире Ирина Хох, блогер Алиса Курамшина һәм Мәскәүҙән кризис психологы Михаил Хасьминский ҡатнашты.
– Төрмәләге үҫмерҙәр араһында һорау алыу күрһәтеүенсә, уларҙың 60 проценты енәйәт ҡылғанда кино геройҙарына оҡшарға тырышҡан, ә 22 проценты енәйәт ҡылыу алымын ошондай фильмдарҙан отоп алған, – тине Ирина Рудольфовна.