Сибай ҡалаһының иң алыҫта урынлашҡан ҡасабаһы Төйәләҫтә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә.
Яңы социаль объект мәктәп һәм мәсет янында урынлашҡан. Төйәләҫ халҡы йылдар буйына медицина ярҙамы ғына түгел, бер дарыу һатып алыу өсөн дә ҡалаға йөрөргә мәжбүр ине. Фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа инһә, был проблемалар яйға һалынасаҡ.
Төҙөлөштө атҡарыу өсөн муниципалитет тарафынан ер бүленгән, бинаны коммуникациялар менән тәьмин итеү сығымдары ла ҡала хакимиәте ҡаҙнаһынан ҡаплана. Әйткәндәй, Төйәләҫтәге фельдшер-акушерлыҡ пункты газ ярҙамында йылытыласаҡ.
Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов Төйәләҫтә булып, төҙөлөш барышы менән танышты.