Социаль мәсьәлә
16 Ноября 2019, 05:45

Радий Хәбиров Гөлмирәне яҡлаясаҡ

"Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ".

Башҡортостанда тыуып үҫкән Гөлмирә Биксурина үҙе һәм балалары өсөн Рәсәй гражданлығы ала алмай йонсой. Ҡатындың бюрократтар менән нисек көрәшеүе тураһында Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙәге битендә яҙҙы.
"Улар Көйөргәҙе районына 2012 йылда Үзбәкстандан ҡайта. Әгәр беҙ уларға ярҙам итмәһәк, балалары хатта Берҙәм дәүләт имтихандарын да тапшыра алмаясаҡ. Бөтәбеҙ берҙәй булып ярҙам итергә тырышабыҙ. Был ваҡиға бер кемде лә битараф ҡалдырманы, күршеләрҙе лә, уҡытыусыларҙы ла, хакимиәтте лә", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.
Ул ғаиләгә Мәскәүгә барыуҙа ярҙам күрһәтәсәген, мәсьәләне ыңғай хәл итеү өсөн тырышасағын белдерҙе.
"Күрше йәшәйбеҙ икән, тимәк, кешенең бәләһенә битараф булмаясаҡбыҙ. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламаясаҡбыҙ тигән һүҙ", - тип һығымта яһаған республика етәксеһе.
Фото: Twitter.com
Читайте нас