Бөтә яңылыҡтар
Социаль мәсьәлә
29 Ноябрь 2019, 00:35

Радий Хәбиров: “Үҙемде яңынан атай булғандай тойҙом””

Республика етәксеһе бөгөнгө кәңәшмәнең һөҙөмтәһенән алған кисерештәре менән уртаҡлашты.

Республикала ЭКО процедураһына дәүләт ярҙамын арттырасаҡтар. Башҡортостан етәксеһе ҡатнашлығында үткән кәңәшмәлә ошондай ҡарарға килгәндәр.
"Бөгөн беҙ киләһе йылда республикала сабыйҙар кәм тигәндә 650-гә күберәк тыуһын өсөн шундай ҡарар ҡабул иттек", - тип яҙҙы социаль селтәрҙә Радий Хәбиров.
Етәксенең һүҙҙәренә ҡарағанда, киләһе йылдан башлап ЭКО процедураһына өҫтәмә рәүештә 83 миллион һум аҡса бүләсәктәр. Быйыл бындай мөмкинлектән 2025 ҡатын-ҡыҙ файҙаланһа, алдағы йылда өс меңгә яҡын сабыйҙың донъяға килеүе мөмкин. Ә процедураға сират бөтәсәк!
"Кәңәшмәнең һөҙөмтәһенән һуң кәйеф шул тиклем күтәренке - әйтерһең дә, үҙем яңынан атай булдым!" - тип хис-тойғоһо менән бүлешкән Радий Хәбиров.
Фото: Bash.News
Читайте нас в