Социаль мәсьәлә
17 Декабря 2019, 16:10

Авариялы йорттарҙан – ипотекаға алынған фатирға

Авариялы йорттарҙа йәшәүселәрҙе ипотека кредиты буйынса алынған фатирҙарға күсермәкселәр.

Авариялы йорттарҙа йәшәүселәрҙе ипотека кредиты буйынса алынған фатирҙарға күсермәкселәр.
Был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһында һүҙ булған. Депутат Дмитрий Юрков авариялы йорттарҙа йәшәгәндәрҙе ипотека кредиты сиктәрендә фатирлы итеү тураһында һөйләгән. Ул, процент ставкаһы түбән буласаҡ һәм өс проценттан юғары күтәрелмәйәсәк, тип белдергән. Был, депутаттың фекеренсә, авариялы йорттарҙа йәшәүселәргә ярҙамдың иң отошло ысулы. Ә беренсе иғәнәне Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға ярҙам итеү фонды түләйәсәк, тип билдәләнә проектта.
Был хаҡта “Рәсәй Торлаҡ кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон проектына үҙгәрештәр индерелгән. Проект Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Виталий Муткоға ебәрелгән.
Фото: fitelife.ru.
Читайте нас