Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында күсмә “Һаулыҡ сәғәте”н үткәрҙе. Ултырышта ҡатнашыусылар халыҡҡа юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтеү, төрлө сирҙәрҙе иҫкәртеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Сара барышында республика Башлығы дауахананың яңы поликлиника бинаһы нигеҙенә “ваҡыт капсула”һын һалды.
Капсула эсенә флеш-тупланма һалынған, уға дауахана барлыҡҡа килгәндән алып учреждениеның тарихы тураһындағы мәғлүмәт яҙҙырылған.
Яңы поликлиниканың майҙаны 17 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, бинаны 2021 йылға төҙөп бөтөү планлаштырылған. Медицина учреждениеһы халыҡтың квалификациялы, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеген киңәйтәсәк.
– Беҙ был капсуланы киләһе быуындар өсөн һалабыҙ, үҙебеҙҙең йәшәү мәғәнәһен, маҡсаттарын, мәсьәләләрҙе еткерәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Был поликлиника Өфө һәм бөтә республика өсөн дә бик кәрәкле, башҡа объекттар ҙа мөһим. Планлы һәм тотороҡло рәүештә төҙөйәсәкбеҙ, ныҡышмал һәм сифатлы рәүештә эшләйәсәкбеҙ.