Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Татьяна Голикова “Рәсәй-1” телеканалындағы “Вечер с Владимиром Соловьевым” тапшырыуында сығыш яһағанда төбәктәрҙә һаулыҡ һаҡлау тармағын оптимәлләштереү уңышһыҙ булды тип таныны. Уның әйтеүенсә, һөҙөмтәлә медицина хеҙмәте күрһәтеүҙең сифаты ҡырҡа насарайған, был хеҙмәттән файҙаланыу мөмкинлеге кәмегән.
Вице-премьер был эштең насар үтәлеүендә “үҙәк тә, төбәктәр ҙә” берҙәй ғәйепле, тип билдәләне. Т. Голикова аңлатыуынса, 2020 йылдың 10 ғинуарына төбәктәр һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын яңыртыу буйынса программа әҙерләп тапшырырға бурыслы, ә ошо йылдың 1 июленән был программалар эшләй башларға тейеш.