Социаль мәсьәлә
3 Января 2020, 05:35

“Ошо бәхет түгелме ни?”

Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинды республикала 2020 йылдың тәүге көнөндә 54 сабыйҙың донъяға килеүе һис тә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған.

Байрамда чиновниктар ял итеп кенә ятмай, бөтә яңылыҡтарҙы күҙәтеп , анализлап бара икән . Мәҫәлән , һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелинды республикала 2020 йылдың тәүге көнөндә 54 сабыйҙың донъяға килеүе һис тә иғтибарһыҙ ҡалдырмаған. Социаль селтәр аша ул ихлас күңелдән сабыйҙарҙың ата-әсәләрен ҡотлап, бәпестәргә һаулыҡ теләгән.
“29 ҡыҙ бала, ә малайҙар – 25. Иң беренсе сабый республика перинаталь үҙәгендә, игеҙәк малайҙар – Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһының бала табыу йортонда донъяға килде. Ошо бәхет түгелме ни?” – тип яҙған министр.
Байрам көндәрендә үҙ зштәрен намыҫ менән атҡарған акушерҙарға, табиптарға рәхмәттән башҡа ни әйтәһең! Сабыйҙарҙың ата- әсәләренең ғаиләләре тулыланыу шатлығын беҙ ҙә уртаҡлашабыҙ, бәхет теләйбеҙ! Ысынлап та, йортҡа бәпес ҡайтыуынан да олораҡ ниндәй һөйөнөс булыуы мөмкин?
Фото:Горобзор
Читайте нас