Социаль мәсьәлә
14 Января 2020, 12:30

Баймаҡта “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” барлыҡҡа киләсәк

25 ғинуар Баймаҡ ҡалаһында район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн ҙур форум үтәсәк.

25 ғинуар Баймаҡ ҡалаһында район ҡатын-ҡыҙҙары өсөн "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" тигән ҙур форум үтәсәк. Сараға республика Башлығы Радий Хәбировтың тормош иптәше Каринэ Хәбированың, Башҡортостанда Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Милана Скоробогатованың, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүе көтөлә.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” форумы сиктәрендә төрлө майҙансыҡтар эшләйәсәк. Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, медиа, сәнғәт, ҡатын-ҡыҙ стиле кеүек майҙансыҡтарҙа оҫталыҡ дәрестәре, тренингтар, төрлө йүнәлештәге табиптарҙың консультациялары ҡаралған, билдәле спикерҙар сығыш яһаясаҡ, шулай уҡ күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.
Әйткәндәй, Каринэ Хәбирова башланғысы менән ойошторолған “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” форумы республиканың күп ҡала һәм райондарында үтте. Баймаҡтар һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренә генә хас булған алым һәм яңылыҡтар менән форумға яңы һулыш индерергә ниәтләй. Ниндәй яңылыҡтар булыр, уныһын форум барған көндәрҙә таныштырырбыҙ.
Фото: "Бәйләнештә"н.
Читайте нас