Социаль мәсьәлә
17 Января 2020, 06:00

Балтастарға күҙ теймәһен!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Балтас районында ла булды.

Штәнде ауылында ул балалар баҡсаһы менән берләштереп эш­ләнгән мәктәп төҙөлөшө менән танышты. Әле тышҡы эштәр тамам­ланған, төҙөүселәр эске биҙәү менән шөғөлләнә. “Геострой” яуаплы­лығы сикләнгән йәмғиәте директоры Рөстәм Һаҙыев белдереүенсә, мәктәп тәүге уҡыусыларҙы быйыл декабрҙә ҡабул итәсәк. Биләмәһен төҙөкләндереү эштәре иһә 2021 йылдың июлендә тамамланасаҡ.
Мәктәпте ҡарап сыҡҡас, Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты. Улар араһында Һәйтәк кирбес заводы эшселәре лә бар ине. Яңы йыл алдынан предприятие вәкилдәре республика Башлығына эш хаҡын бирмәүҙәре тураһында әйтеп, ярҙам һорағайны.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, республиканың Хеҙмәт инспек­цияһы етәксеһе Татьяна Астрелина был мәсьәләне шәхси контролгә алған.
Иҫке Балтас ауылында республика етәксеһе “Балтас Сельэнерго” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә булды. Был предприятие – райондың төп һалым түләүсеһе, оҙайлы тарихы һәм яҡты бөгөнгөһө бар, бай базаһы һәм юғары күрһәткестәре менән дан алған.
Иҫке Балтас ауылында мәктәп менән проблема булыуы асыҡ­ланды. 2000 йылда асылған 2-се мәктәптә 500 самаһы бала уҡый, ә бинаның проект ҡеүәте күпкә түбән. Яңыһын төҙөү өсөн участка ла бүленгән, тик әлегә проект-смета документы юҡ. Радий Фәрит улы, проблеманы өйрәнермен, тине.
Шулай уҡ төбәк Башлығы “Аҡбар” ауыл хужалығы кооперативында булды. Былтыр улар 18 миллион һумлыҡ грант отҡан. Эшҡыуарҙар Радий Хәбировҡа республикала бизнесҡа күрһәтелгән ярҙам өсөн рәхмәт әйтте.
“Йәшлек” физкультура-һауыҡ­тырыу комплексында Башҡорт­остан Башлығы спорт һәм тренажер залдарын, хоккей майҙанын һәм бассейнды ҡараны. Былтыр бында 19 мең кеше шөғөлләнгән.
Шулай уҡ Радий Фәрит улы үҙәк район дауаханаһының поликли­никаһында булды. Районда 39 ФАП эшләй. Фельдшерҙар етеш­мәй, шулай ҙа йәш белгестәр эшкә килә башлаған. Бында “Ауыл фельдшеры” программаһы ҙур роль уйнай.
Сәфәр һуңында Радий Хәбиров Балтас районы хакимиәте баш­лығы Илгиз Субушев менән “Башлыҡ сәғәте” үткәрҙе, улар райондың киләсәктә үҫеш юлдарын ҡараны.
Радий Хәбиров, сәфәренә йомғаҡ яһап:

– Медицина өлкәһе торошо ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Кадрҙарға бәйле тотороҡло хәлде тәүгә күрәм шикелле. Тағы бер мәктәп кәрәк, ауыл хужалығы предприятиеларына ла ярҙам буласаҡ, – тине.
Читайте нас