Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” рәүешендәге кәңәшмә үткәрҙе.
Проблемалы йорттарҙы һалып бөтөү буйынса “юл картаһы”н тормошҡа ашырыу тураһында Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин һөйләне. Бындай йорттар исемлегенә индерелгән 136 өйҙөң 51-ен Өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашҡан граждандарҙы яҡлау буйынса фондтан финанслау күҙаллана. 23 йорт субсидия биреү буйынса килешеүгә индерелгән дә инде. Тағы ла 37 объектты республика финанс-иҡтисади схемаға ярашлы үҙаллы төҙөп бөтәсәк.
Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директор урынбаҫары Евгений Декатов “Жилстройсбережение” ипотека-һаҡлыҡ программаһының үтәлеше менән таныштырҙы. Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Өфөләге “Урал” биҫтәһен төҙөп бөтөү схемаһы тураһында фекер алышты.