Балаларҙың таланттарын үҫтереү өсөн ниндәй генә саралар үтмәй республикабыҙҙа. Саҡмағош ауылында Балалар ижады үҙәгендә “Сыңлы үксә” тип аталған конкурс-фестиваль тамамланды. Халыҡ бейеүҙәре жанрын үҫтереү, коллективтарҙың оҫталығын арттырыу, ижади тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында ойошторолған конкурста хореография коллективтары берҙәм ҡатнашты.
Һәр береһе үҙенең маһирлығын, бейеү идеяһын, образды асыу һәләтен тулыһынса күрһәтеп бирергә тырышты. Жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңел дә булмағандыр 7-12 йәшлектәр араһында “Халыҡ бейеүе” номинацияһында беренсе урынды - “Дуҫлыҡ”, “Эстрада бейеүе” номинацияһында - “Шатлыҡ” ансамблдәре, сольный бейеүҙә Илина Муллаянова, “Спорт бейеүе”ндә “Тылсымлы сәскә” коллективы яуланы. 13-17 йәшлектәр араһында ла еңеүселәр билдәләнде. Гран-приға “Дуҫлыҡ” ансамбленең өлкән төркөмө лайыҡ булды.